ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Июль 2020, 12:13

Йондоҙнамә 27 июль - 2 август

Йондоҙҙар нимә һөйләй?

Ҡуҙы
Башҡалар фекер тағып маташыуына иҫең китмәһен. Эске һиҙемләүеңә таянғанда ғына үҙеңсә барып сығыр.
Буға
Сер сиселеү хәүефе бар. Һөнәри өлкәлә уңышҡа өлгәшерһең. Төрлө шикле ғәмәлдән йыраҡ тороу хәйерле.
Игеҙәктәр
Уйлаған «этлегең» үҙеңә ҡайтмағайы. Ҡыҙыҡлы тәҡдимде ҡулдан ысҡындырмау - иң дөрөҫ юл. Әхирәттәреңдең күңелен күрергә тырыш.
Ҡыҫала
Карьера мәсьәләһенә ҡағылышлы ваҡиғала ҡырҡыу боролош, ҡәтғи ҡарар ҡабул итеү хата аҙым булмағайы.
Арыҫлан
Был аҙнала күпкә өйрәнергә тура килер. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тигәндәй. Бөтә мәшәҡәтеңде ҡуйып, күңелләнеп алыу ҡамасауламаҫ.
Ҡыҙ
Ниһайәт, ялдан кинәнес табырһың, көсөргәнешле көндәр артта. Отпускыға сығып, сәйәхәткә, диңгеҙ яры буйына юлланырғалыр, бәлки.
Үлсәү
Иң шәбе - камиллашыу, шәхси үҫеш күнекмәләренә барыу өсөн ваҡыт табыу. Яңы мажаралы танышлыҡ, мөхәббәттә бәхет көтөлә.
Саян
Эшлекле партнерлыҡта, ғаилә мөнәсәбәтендә йылылыҡ, асыҡлыҡ етмәй. Бөтәһе лә элеккесә ҡалыуын теләһәң, дәғүә белдереүҙән баш тартырға тура килер.
Уҡсы
Маҡсатыңа өлгәшеүҙә ныҡышмаллыҡ зарур. Ярҙамға мохтаж икәнһең, туғандарыңа мөрәжәғәт итеүҙән тартынма. Бурысҡа аҡса биреүҙән һаҡлан.
Ылаҡ
Аҙна ығы-зығылы мәшәҡәттә үтер. Байтаҡ ҡына сығым көтөлә. Финанс өлкәһендә уңыш йылмайырға оҡшаған.
Һыуғояр
Энергияны матди мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтһәң, отолмаҫһың. Етәксенең иғтибарын яулайым тиһәң, тырышлыҡ мөһим.
Балыҡ
Кредит, бурысҡа батыу өсөн ваҡыт ҡулай түгел. Икенсе яртыңды майлап-көйләп кенә торорға тура килер.
Читайте нас: