Конгэк
-9 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
10
Файҙалы кәңәштәр
4 Август 2020, 13:28

Көлгәндәр оҙаҡ йәшәй

Юҡ ҡына нәмәнән дә ҡыҙыҡ табып йәшәйек, дуҫтарым

Ике ҡатын һөйләшә.
- Ирем шундай булдыҡлы, белһәң икән! Ике көнгә балыҡҡа китә лә, шул арала тотҡан балығын таҙартып, йә тоҙлап, йә туңдырып, йә консервалап уҡ алып ҡайта.
- Әйтмә лә! Минеке лә, ана, шулайта торғайны. Бөгөн «алабуғаһы», һинән ауырлымын, тип смс яҙып ята…
Ир видео ҡарап ултыра. Киногеройҙар менән ниҙер һөйләшә үҙенсә. Мыңғырҙығы сыға:
- Унда барма, ахмаҡ! Барма тим, инмәәәә! Уффф, әйттем бит!!! Юҡ! Ююююууууҡ тим! Ҡул ҡуйма, алйооот!..
Тауышына аш-һыу бүлмәһенән ҡатыны килеп сыға хатта:
- Ниндәй кино ҡарайһың ул?!..
- Әәәйй, беҙҙең туй видеоһын...
Улы атаһынан һорай:
- Атай, дәүләт нимә була ул?
- Дәүләт ни, шул, ҙур ғаилә кеүек инде, улым. Бына мин - власть, әсәң - министр, өләсәң - ФСБ, ә һеҙ, балалар - халыҡ...
Бер ваҡыт, атаһы оҙайлы командировкала саҡта улы шылтырата, ти:
- Атай, срощны ҡайт! өйҙә көн дә яңы власть! ФСБ йоҡлай... Халыҡ ныҡ тулҡынлана!!!
Иртәнге аш ваҡыты. Ҡатыны осоп йөрөй тиерһең. Кәйефе шәп:
– Бөгөн бергә йәшәүебеҙгә - 20 йыл. Әллә берәй тауыҡты һуяһыңмы? - ти иренә.
– Һин нимә! Ул бахыр тауыҡтың ни ғәйебе бар бында?!
Айыу хаҡлы ялға китер алдынан урманда тәртип булһын тип ҡуянды участковый итеп тәғәйенләгән, ти.
Икенсе көн. Ҡуян яңы вазифала... Бына ҡорбан да килә. Төлкөнө тотоп алған да, бәйләнеп-бәйләнмәһенме:
- Йә, төлкө! Тунды ҡайҙан сәлдерҙең? Дөрөҫөн генә һөйлә!!!
- Үҙемдеке! Тыумыштан кейеп йөрөйөм! - ти бахыр.
- Алдашааааһың! Ышанмайым мин һиңә, хәйләкәәәр! - ти ҙә, төлкөнө төрмәгә ябып ҡуя.
Күпмелер ваҡыт уҙғас төлкө янына ҡыр ҡаҙын ултырта.
- Һине нимә өсөн бында тығып ҡуйҙылар?! - тип аптырай төлкө.
- Әәәй! Теге ҡылый бәйләнде бит, ҡәһәрең! Ышанмай ҙа ҡуя... Йыл да йылы яҡҡа ниндәй аҡсаға осаһың тип!..
Читайте нас: