Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙнамә 17-23 август

Йондоҙҙар кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ

Ҡуҙы
Эштәге тотороҡлолоҡ йәнеңә майҙай яғылыр. Аҙна аҙағында мажара көҫәрһең, ял көндәре дуҫтар менән күңел асыр өсөн шәп тә һуң.
Буға
Иҫ китмәле күтәренкелек тойорһоң, әйтерһең, тау-таш аҡтарырға ла һәләтлеһең. Үҙ эшеңде асып та ебәрһәң...
Игеҙәктәр
Күптән өлгөргән үҙгәрештәр ниһайәт, ғәмәлгә ашмаҡсы. Шатлыҡлы ваҡиға көтөлә.
Ҡыҫала
Бар иғтибарыңды камиллашыуҙа туплау бик ваҡытлы. Партнерҙар менән аралашыуҙа һығылмалалыҡ ҡамасауламаҫ.
Арыҫлан
Маҡсатыңа ныҡышмалы барырһың. Был маҡтаулы, тик туҡталып, уйлап алыу ҙа кәрәк. Фекерҙәш һаналғандарҙың әһәмиәте, роле үҫер.
Ҡыҙ Ваҡиғалар уртаһында даими ҡайнарһың, бәйләнештәр юлға һалыныр, яңы дуҫтар барлыҡҡа килер. Тормошоңда нимәлер алмаштырырға, яңыртырға теләрһең.
Үлсәү Башҡалар менән бик тә еңел килешәһең. Һөйкөмлөлөгөңдө файҙаланып, йонсотҡан һорауҙың осона сығырһың.
Саян Яҙмышың әллә шаярта, әллә һынай... Үҙеңде аҙаҡҡаса аңлай алмайһың. Күңелең ҡайҙалыр ашҡыныпмы-ашҡына ғына.
Уҡсы Бәхет йылмайыр. Абруйлы кешеләр менән танышыуың ихтимал. Тәбиғилек, ихласлыҡтың файҙаһы тейер.
Ылаҡ Был аҙнала уртаҡлыҡ табып, ике яҡ өсөн дә ҡулай ҡарарға килерһең. Никахтағы йәки бизнестағы партнер менән дә үҙ-ара аңлашыу еңел бирелә.
Һыуғояр Аҙна ижад эше, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн ҡулай. Иң башта ялҡаулыҡтан арынырға ғына кәрәк. Эшеңдә телмәр оҫталығы кәрәгер, ҡыҙыҡлы, файҙалы килешеү көтөлә.
Балыҡ Тетрәнеүҙән ҡасырға, ғауғалашыуҙан ситтә ҡалырға тырыш.Уңышлы мәлгә иҫәп тота алаһың, бәхетле осраҡты файҙаланып ҡалыу хәйерле.
Читайте нас: