Конгэк
+19 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
31 Август 2020, 19:34
КӨҘГӨ ЙЫР
Көҙ һарыһы йоҡҡан ағастарға —Алас - йолас ҡына үҙҙәре.Күп илауҙан миләш —һылыуҡайҙыңҠан һауғандай ҡыҙыл күҙҙәре.
Көҙ һарыһы йоҡҡан ағастарға —
Алас - йолас ҡына үҙҙәре.
Күп илауҙан миләш —
һылыуҡайҙың
Ҡан һауғандай ҡыҙыл күҙҙәре.
Ҡыҙыл ялҡын теле ялмағанмы —
Гөлтләп ҡабынғандай уҫаҡтар.
Тик берәү ҙә йылыналмаҫ унда —
Алдыҡ һөйөү ише усаҡта.
Һуңғы сәләм биреп болғағандай
Һорғолт ҡул суҡтарын сағандар.
Һары тәңкәләрен ергә һипкәс,
Ҡотһоҙ булып ҡайын ҡалғандай.
Көҙ һарыһы йоҡҡан ағастарым
Шәрә килеш инер ҡышына.
Өҙөлә лә япраҡ, бер йыр булып,
Шиғырыма минең ҡушыла...
Айһылыу Ғәрифуллина
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты