ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Сентябрь 2020, 18:28

Уңышлы булғың киләме?

Аҡсаны ҡәҙерләп, һаҡлап тотонғандар ғына уңышҡа өлгәшә.

Ҡояш менән бергә тороп, бергә ятһаң, беренсенән, һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай, икенсенән, иртәнге һиллек - уйҙарҙы тәртипкә һалыу өсөн уңайлы мәл.
Күнекмәләргә 5 минут бүлергә әҙер түгелбеҙ. Иртән аҙ-маҙ ҡыбырлап, һикергеләп алыу ҙа кискеһенә ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ. Бигерәк тә ҡала кешеләренә ҡағыла был, сөнки ауылда физик эш иртә таңдан башлана.
Көнөнә бер-ике тапҡыр һалҡынса һыу менән сайынып алыу тәнгә сихәт бирә, башты ла эшләтеп ебәрә.
Ашар өсөн түгел, йәшәр өсөн ашарға тейешбеҙ. Боронғо ғәскәр башлыҡтары асыҡ зиһене, тәрән аҡылы менән айырылып торған. Һалдатҡа улар бер ҡасан да артығын ашатмаған, сөнки самаһыҙ туҡланыу организмға зыянлы. Файҙалы аҙыҡтар ғына һатып алығыҙ, әҙерләгеҙ. Үҙегеҙгә дошман булмағыҙ.
Кәрәкмәгән урында йомартлыҡ, башҡаларҙан кәм булма­йым тип, саманан тыш ҡиммәтле бүләктәр яһау урынһыҙ. Бар нәмәлә сама кәрәк. Аҡсаны ҡәҙерләп, һаҡлап тотонғандар ғына уңышҡа өлгәшә.
Китап уҡымаған кешенең телмәре ярлы, белеме һай, тормошҡа ҡара­шы билдәһеҙ. Әйтерһең дә, диңгеҙҙә аҙашып йөрөгән карап. Нисек байырға, нисек йәш күренергә өйрәткән китаптар тураһында һүҙ бармай. Тормош асылын төптән аңлаған, әсеһен-сөсөһөн татыған, киләсәк быуынға ҡалдырырҙай аҡыл туплаған билдәле классиктарыбыҙ әҫәрҙәре тураһында.
Һәр кемдең яратҡан шөғөлө булырға тейеш. Шунһыҙ кеше бөтөн түгел. Уңышҡа өлгәшкән шәхестәрҙе генә алайыҡ. Мәҫәлән, билдәле хореограф Николай Цискаридзе буш ваҡытында сигергә ярата икән. Музыкант Род Стюарт бәләкәй сағынан уйынсыҡ поездар йыя.
Кешеләр менән һауалы, үпкәсел, сабырһыҙ булма. Ҡайнап торған был донъяла тыныс һәм сабыр әҙәмдәр ожмах утрауына бәрәбәр. Улар янында рәхәт, үҙең дә тынысланғандай булаһың. Ундайҙар күп һөйләмәй, әммә һәр һүҙе ышаныслы.
Башлаған эшеңде еренә еткереп өйрән. Ярты юлда ташланғаны һөҙөмтә лә, тәжрибә лә бирмәй.
Фото асыҡ сығанаҡтан.
Читайте нас: