Ҡаты күҙле кешеләрҙең күҙе тейеп кенә бара, тиҙәр. Көнсөл, таш бәғерлеләр хаҡында әйтәләрме?
Ҡайһы берәүҙәр баланы һаҡлар өсөн, иғтибарҙы ситкә йүнәлтеү маҡсатынан сабыйҙың маңлайына ҡором, ирен буяуы һөртә, ҡулына еп бәйләй. Бының файҙаһы бармы?
Күҙе ҡаты кешеләр тураһында барыбыҙ ҙа ишетә белә һәм унан һәр кем үҙенсә һаҡлана. Ҡараштың тиҫкәре энергияһы эләгеү сәбәпле, кеше йәнендә рухи проблемалар тыуҙырған, һуңынан уны эстән емергән ауырыу барлыҡҡа килә.
Күҙ тейеү бар, был хаҡта дини китаптарҙа ла телгә алынған. Ғалимдар кешенең күҙ ҡарашы ҡеүәтле биоэнергия көсөнә эйә, ти. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә, улар ошондай һығымтаға килгән: күҙҙән таралған нурҙар ҡыҫҡа тулҡынлы, улар, лазер йәки рентген нуры кеүек, тәнгә үтеп инеп, эске ағзаларға, үҙәк нервы системаһына, мейегә һәм бөтә организмға йоғонто яһай ала икән.
Күҙ тейеүҙән кеше ауырый башлай, хатта бынан мал да үлә, ир менән ҡатын араһын боҙоуға сәбәпсе була. Байлыҡ, матурлыҡ, белем, бала, ғµмүмән, бөтә нәмә көнләшеү хисе уятырға мөмкин. Йәғни йорт та, машина ла, һыйыр, ат, һарыҡ, ҡош-ҡорт та көнсөллөк тыуҙыра һәм уларға күҙ тейә. Хатта үҫеп ултырған гөл-сәскә лә ҡорой.
Яман күҙ - бер кешенең икенсеһенә ҡыҙығып, көнләшеп, үтә һоҡланып ҡарауын аңлата һәм ауырыуҙар, күңелһеҙлектәр килеп сығыуына сәбәпсе.
Күҙ тейеү һәр яҡлап кире йоғонто яһай: иммунитет ҡаҡшай, баш ауырта, хәл бөтә, тын ҡыҫыла, уйлаған пландар килеп сыҡмай, эш бармай, ғаилә ҡора алмау, балаға уҙа алмаусылар ҙа байтаҡ.
Һөҙөмтәлә депрессия, агрессия, апатия барлыҡҡа килә.