Конгэк
-8 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
18 Сентябрь 2020, 13:52

Йондоҙнамә 21-27 сентябрь

ҠуҙыАҙна онотолмаҫ тәьҫораттар өҫтәр. Йылмайыу, яҡшы кәйефтә эшең шәп барыр. Ялыңда тәбиғәткә сығыу ярап ҡалыр. БуғаБуш ваҡытыңды спорт, бейеүҙәргә бағышлағанда икенсе һулышың асылыр. Хатта матди хәлең тотороҡланыуына өмөтләнә алаһың. ИгеҙәктәрИжади мөмкинлек үҫешен тойорһоң, һәләтеңде тормошҡа ашырырға теләрһең. Ғашиҡтарҙың хисе яңырыр. ҠыҫалаХәүефле хәлгә тарыһаң да һыналған алымға өҫтөнлөк бирһәң, анһат ҡотолорһоң. Мөмкинлек бар икән, отпускы алыу хәйерле.АрыҫланУйға батып, бикләнеп ултырырға түгел, әммә шау-шыулы компанияла иғтибарҙы йәлеп итергә лә ярамай. Ихласлығың үҙеңә зарар килтермәгәйе.ҠыҙБөтәһен дә үҙ аллы хәл итергә тимәгән. Ҡайһы бер ҙә дуҫтар ярҙамы йәки кәңәше лә ярап ҡала, был артыҡ көсөргәнештән һаҡлар. ҮлсәүБарыһынан ҡасырға тәүәккәлләгәндәр уңыр. Тетрәнеүгә юлыҡмайым тиһәң, ыңғай кисерештәр эҙләргә кәрәк.СаянБәхет йылмайыр. Эшкә башкөллө сумырһың, һәләтең төрлө яҡлап асылыр. Ял итергә лә онотма. Мөхәббәт фронтында хәл һин теләгәнсә барыр. УҡсыАсыуыңды йүгәнлә, ярһыуыңды бер нисек тә күрһәтмәһәң, хеҙмәттәштәрең, туғандарың, дуҫтарың менән мөнәсәбәт көйләнер. ЫлаҡНиәтләгәнеңде тормошҡа ашырыу өсөн сабырлыҡ кәрәк. Уңыш һинең менән. Ағым ыңғайына барма. Үҙеңде ныҡлыҡта тикшер.ҺыуғоярУҡырға ынтылыш көсәйер. Тормошто етди һәм тәрәнерәк төшөнөргә теләрһең. Ғишыҡ-мишыҡ уты тоҡаныр.БалыҡМажара теләрһең. Аҡса туҙҙырмаҫҡа тырыш. Иғтибарҙы ғаиләңә, сәләмәтлегеңә бүлеү зарур.

Ҡуҙы
Аҙна онотолмаҫ тәьҫораттар өҫтәр. Йылмайыу, яҡшы кәйефтә эшең шәп барыр. Ялыңда тәбиғәткә сығыу ярап ҡалыр.
Буға
Буш ваҡытыңды спорт, бейеүҙәргә бағышлағанда икенсе һулышың асылыр. Хатта матди хәлең тотороҡланыуына өмөтләнә алаһың.
Игеҙәктәр
Ижади мөмкинлек үҫешен тойорһоң, һәләтеңде тормошҡа ашырырға теләрһең. Ғашиҡтарҙың хисе яңырыр.
Ҡыҫала
Хәүефле хәлгә тарыһаң да һыналған алымға өҫтөнлөк бирһәң, анһат ҡотолорһоң. Мөмкинлек бар икән, отпускы алыу хәйерле.
Арыҫлан
Уйға батып, бикләнеп ултырырға түгел, әммә шау-шыулы компанияла иғтибарҙы йәлеп итергә лә ярамай. Ихласлығың үҙеңә зарар килтермәгәйе.
Ҡыҙ
Бөтәһен дә үҙ аллы хәл итергә тимәгән. Ҡайһы бер ҙә дуҫтар ярҙамы йәки кәңәше лә ярап ҡала, был артыҡ көсөргәнештән һаҡлар.
Үлсәү
Барыһынан ҡасырға тәүәккәлләгәндәр уңыр. Тетрәнеүгә юлыҡмайым тиһәң, ыңғай кисерештәр эҙләргә кәрәк.
Саян
Бәхет йылмайыр. Эшкә башкөллө сумырһың, һәләтең төрлө яҡлап асылыр. Ял итергә лә онотма. Мөхәббәт фронтында хәл һин теләгәнсә барыр.
Уҡсы
Асыуыңды йүгәнлә, ярһыуыңды бер нисек тә күрһәтмәһәң, хеҙмәттәштәрең, туғандарың, дуҫтарың менән мөнәсәбәт көйләнер.
Ылаҡ
Ниәтләгәнеңде тормошҡа ашырыу өсөн сабырлыҡ кәрәк. Уңыш һинең менән. Ағым ыңғайына барма. Үҙеңде ныҡлыҡта тикшер.
Һыуғояр
Уҡырға ынтылыш көсәйер. Тормошто етди һәм тәрәнерәк төшөнөргә теләрһең. Ғишыҡ-мишыҡ уты тоҡаныр.
Балыҡ
Мажара теләрһең. Аҡса туҙҙырмаҫҡа тырыш. Иғтибарҙы ғаиләңә, сәләмәтлегеңә бүлеү зарур.
Читайте нас: