ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
25 Сентябрь 2020, 14:39

Көлөшөп алайыҡ әле

Аҡсаңдың ике тапҡырға артыуын күргең киләме? Улайһа, уларҙы көҙгө алдына һал.

Өс ҡатын серләшеп ултыра, ти.
– Кисә ирем телевизор, CD-уйнатҡыс бүләк итте. Хәҙер көнө буйы өйҙә ултырам. Бер ҡайҙа ла йөрөйһө түгел! - ти, беренсеһе.
– Ә миңә ирем өй кинотеатры бүләк итте! Иртәнән башлап күңел асам да асам, асам да асам... – ти икенсеһе.
– Ә һиңә ирең нимә бүләк итте? - тип һорайҙар өсөнсө әхирәттән.
– Миңә бер нәмә лә! Һинең менән әле киноға ла, театрға ла йөрөп була, матурым, - тине!
Ҡатыны аш-һыу бүлмәһендә булышып йөрөгәндә, залда диванда ҡырын төшөп гәзит уҡып ятҡан ире:
- Ҡарале! Дөп-дөрөҫ иттереп яҙып ҡуйғандар... Ирҙәр көнөнә 6 мең һүҙ әйтә, ә ҡатын-ҡыҙ - 12 мең тиелгән!..
Бисәһе теге яҡтан ҡысҡыра:
- Сөнки һеҙ, аңраларға, бөтә нәмәне ике тапҡыр ҡабатларға кәрәк!..
- Нимә тейең?..
– Владимир Владимирович! Был мин, Мәфтуха Шакирйән ҡыҙы, 76 йәш, борсойом, Сибайҙан. Беҙҙең ҡайнар һыу юҡ, һауабыҙ ағыулы, бәҙрәф урамда, пенсияның яртыһын квартплата, ҡалғанын дарыуҙар ашай. Бальнисты яптылар, скурый машиналары етмәй. Минең һорауым шундай: нишләп Зеленский Минский килешеүҙәрендәге яҙылғандарҙы үтәмәй икән? Рәхмәт! Иҫәнлек-һаулыҡтан айырмаһын Хоҙай һеҙҙе!
Уңыш бер ваҡытта ла яңғыҙ йөрөмәй. Уның менән ике бәлә килә: көнләшеүселәр һәм авторҙаштар..
- Үтә лә ныҡ ябыҡҡанһың, әхирәт, яңы диетаға күстеңме әллә?
- Эйе, кишер, сөгөлдөр, картуф...
- Улар ябыҡтырамы? Ни эшләттең – бешерҙеңме, һуттарын эстеңме?
- Утаным, ҡаҙыным...
Етәксе - башҡалар кеүек ябай кеше. Тик ул үҙе генә был хаҡта белмәй.
“Аҡсаңдың ике тапҡырға артыуын күргең киләме? Улайһа, уларҙы көҙгө алдына һал”.
-Һеҙҙең һөнәрегеҙ ниндәй?
- Солиска.
- Йырсымы ни?
-Юҡ. Ҡыяр, помидор солить итәм.
Юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре арыу ғына тиҙлектә килгән машинаны туҡтата:
– Күреү менән самаланым, кәм тигәндә – 70!
Руль артында ултырған ханымдың ҡото осоп:
– Самалап һөйләшегеҙ! Мине эшләпәм генә шулай ҡарт күрһәтә!
Читайте нас: