Барыбыҙ өсөн дә аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай булды был ләғнәтле тажлы вирус. Яман вирусҡа ҡаршы торорҙай ризыҡ, үләндәр ҡулланайыҡ. Шулай уҡ эске халәтте лә иммунитетты ҡаҡшатмаҫлыҡ дәрәжәлә тотоу зарур.
Йәй буйына аяҡ аҫтында үҫкән әрем - тәбиғи антибиотик - уны даими ҡулланырға кәрәк. Сәскәһе тиклем генә бер-ике бөртөгөн сәйнәргә була. Кис йоҡлар алдынан, сәй ҡалағының осонда семетеп кенә ярты стакан ҡайнар һыуҙа тµнәтеп, ун биш минуттан һөҙөп эсегеҙ. Ул үпкәне таҙарта, тын юлындағы лайланы киптерә.
Уҫаҡ, имән ҡайырыһы, ҡарағас ылыҫы ла шифалы көскә эйә. Ҡайын бөрөһө, ерек тубырсығынан төнәтмә яһап эсергә була. Һарымһаҡты ваҡ ҡына турап, йылы һыу менән йотоғоҙ.
Ниндәй ризыҡтар вирусҡа ҡаршы тора ала?
Ҡымыҙ. Әсегән ҡымыҙҙа зарарлы вирустарға, ҡорттарға ҡаршы торорлоҡ файҙалы бактериялар барлыҡҡа килә. Хатта һуңғы стадиялағы туберкулез таяҡсаларын юҡҡа сығара.
Әсе ҡорот менән һурпа файҙалы. Күберәк ҡыҙыл борос һалығыҙ. Туралған һуғанды даими ашағыҙ.
Прополис та - бик көслө антисептик. Уны ауыҙҙа һурып йөрөргә була. Бер ҡапҡанда шырпы башы саҡлыны. Әсе ҡатыҡ та көслө антибиотик.
Вирусҡа үрсергә ярҙам итә торған ризыҡтан, магазин сүпрәһендә бешкән ҡамыр аҙығынан ҡәтғи тыйылығыҙ. Ҡомалаҡ булмаһа, сөсө икмәк ашағыҙ. Синтетик сүпрә - вирусҡа ризыҡ. Шәкәр ҡушып бешерелгән печенье, кәнфиттәр менән туҡланмағыҙ. Иң яҡшыһы - сей кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә салаттары ашау.
Көн дауамында эҫе һыу, үлән сәйе эсергә тырышығыҙ. Бал, кипкән емештәр, бутҡа ашағыҙ.
Кәбеҫтә йәки сөгөлдөр аштарына өҫтөнлөк бирегеҙ.
Эс ҡатыу күренештәре булырға тейеш түгел. Эшкәртелмәгән ризыҡ ҡалдыҡтары вирустарға тиҙ үрсергә этәргес.
Паникаға бирелмәгеҙ, матур кинолар ҡарағыҙ, китап уҡығыҙ, музыка тыңлағыҙ. Ҡурҡыу кешене көсһөҙләндерә.
Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай, сәләмәт булайыҡ!