Ир менән ҡатын күрше ҡалаға туғандарына ҡунаҡҡа китеп баралар. Ярты юл үткәс ире:
- Кире борол! Тиҙерәк өйгә ҡайтайыҡ, мин газды һүндерергә оноттом, мәхшәр, хәҙер янғын сыға, өйһөҙ тороп ҡалабыҙ!
- Шым әле! Янмай! Мин дә һыуҙы һүндерергә оноттом.
- Һиңә этлек ҡылған кешене нишләтергә була?
- Уға булған үпкәләреңде хат итеп яҙ ҙа, ут төрт.
- Аңлашылды. Ә хатты нишләтергә?
Хужа Насретдин кейем шкафы алып ҡайтып ҡуйған, ти. Ишек эстән көҙгөлө булған. Был шуны асып ебәргән дә, ҡысҡыра икән:
- Бисәкәй, ҡарале, ағайым килеп төшкән дәһә.
Тегеһе йүгереп килеп, ҡараған да:
- Етмәһә, әллә ниндәй йәмһеҙ әбей эйәртеп алған, - ти икән.
Телевизор пульты эҙләгәндә яҡын кешеңә ышаныс тиҙ генә юғала ла ҡуя:
- Пульттың өҫтөндә ултыраһыңмы?
Ир менән ҡатын ҡурҡыныс кино ҡарап ултыра. Ҡапыл экранда сихырсы әбей һүрәте килеп сыға:
– Ҡатын-ҡыҙ ни өсөн кейәүгә сыға?
– Тормош тәжрибәһе етмәгәнлектән.
– Ә ни өсөн, улай булғас, яңынан кейәүгә сыға?
Бөгөн катокҡа барҙым. Конькиҙа шыуҙым, шунан тубыҡта, аҙаҡ бит менән шыуҙым. Хәҙер скорыйҙа елдерәм. Хәрәкәттә - бәрәкәт!
Телефоным исемлегенә ҡасандыр, ҡайҙандыр «Тамуҡ» тигән исем яҙғанмын. Унан тыуған көндә, байрамдарҙа ҡотлау смс-тары килеп торһа ла - шылтыратырға ҡурҡам.
- Ун һигеҙ йәшең тулғас шылтыратырһың.
- Һеҙҙең менән танышырға мөмкинме?
- Миңә һеҙҙең менән күңелһеҙ була, ә һеҙ мине аңлай алмаҫһығыҙ.
- Миңә уже күңелһеҙ, ә һин уже аңламайһың.
- Доктор, мин һәр тµндә бер үк тµш күрәм, сысҡандар футбол уйнайҙар.
- Бына ошо дарыуҙы эс – бөгөндән үк төштәрең бөтә.
- Ә иртәгә эсһәм яраймы? Бөгөн «финал».