Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Организм ниндәй микроэлементҡа мохтаж?

Башҡортостанда йәшәүселәргә ниндәй витаминдар һәм микроэлементтар етмәй икән?

Башҡортостанда йәшәүселәр ниндәй витаминдарға һәм микроэлементтарға мохтаж икән?
- Пациенттарҙа йыш ҡына йод, селен етмәүе күҙәтелә. Был ике микроэлемент ҡалҡан биҙенең эшмәкәрлегендә мөһим роль уйнай. Ошо ағза насар эшләһә, аҡыл һәләте һүлпәнәйә. Уларҙың етмәүе айырыуса балаларҙың когнитив һәм эмоциональ үҫешенә насар йоғонто яһауын билдәләй белгестәр.
Тимер менән цинк кеүек элементтарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Тимергә ҡытлыҡ күпселек осраҡта ҡатын-ҡыҙҙа күҙәтелә, ә цинкты организм һалҡын миҙгелдә юғалта. Өҫтәүенә, был микроэлементтарҙың урынын ауыр металдар биләүе мөмкин: мәҫәлән, торбанан сыҡҡан газдағы ҡурғаш йәки фольгала бешерелгән ризыҡ аша организмға эләккән алюмин. Организмдағы “арыу” урындарҙы шулай уҡ кадмий һәм терегөмөш ала.
- Волга буйы тупраҡта ауыр металдарҙың күплеге менән алдынғы урында. Һөҙөмтәлә, улар кеше организмына эләгеп, файҙалы металдарҙы алмаштыра. Шуның µсµн микроэлементтарҙы эсер алдынан организмды таҙартыу зарур. Белгестәр билдәләүенсә, шлактарҙы сығарыу өсөн иң киң таралған ысулдар - мунсала сабыныу һәм физик әүҙемлек.
D3, В төркөмө витаминдарын, омега 3 һәм магнийҙы ла йыл әйләнәһенә тиерлек ҡулланырға кәрәк икән. Уларҙы контролһеҙ эсеү зарар килтереүе ихтимал. Мәҫәлән, әгәр кешенең эсәгендә патоген микрофлора үҫһә, бәғзе бер препараттар уларҙың үрсеүенә булышлыҡ итәсәк.
Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Читайте нас: