ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Кәзә һөтө эсһәң, ҡартаймаҫһың

Кәзәнең туберкулез менән ауырымағанын беләһеңме?

Яңы ғына һауылған һөттән дә файҙалырағын тапмаҫһығыҙ. Уны көнөнә ике тапҡыр эсергә мөмкин. Балаларға биргәндә, саҡ ҡына ҡайнатылған һыу ҡушыу мотлаҡ. Әйткәндәй, һөттөң файҙаһы уны айырым ҡулланғанда нығыраҡ һиҙелә. Тимәк, үҫмерҙәр һәм ололар өсөн бер нәмә лә ҡушмау отошло.
Кәзә файҙалы матдәләргә бай булған аҙыҡты ғына ашай. Арыуынан тәүлегенә 5-9 литр һөт һауырға мөмкин. Был мал бер ваҡытта ла туберкулез менән ауырымай. Тимәк, һөтөн ҡайнатмай эсеү ҡурҡыныс түгел. Еҫе тәмһеҙ тиеүселәр бар. Дөрөҫ, уның ниндәй булыуы тулыһынса хужаның уңғанлығына бәйле, таҙа урында аҫралған кәзәнең һөтө бер ваҡытта ла тәмһеҙ еҫ аңҡытмаясаҡ. Әйткәндәй, һауғандан һуң елененә массаж эшләү зарур.
Кәзә бесәндең күгәрмәгәнен генә ашай. Шулай уҡ уға көн һайын ҡатнаш аҙыҡ бирергә кәрәк. Был малдың бер тәүлектә ашаған аҙығы күп төрлө булыуы яҡшы. Ҡышын, һарайҙа торғанда, уларға миндек ашатыу отошло. Ысынлап та, яҙын әҙерләп ҡуйған миндек – кәзә организмы өсөн тиңе булмаған аҙыҡ, мал уны бик ярата. Уның ите тәмле лә, файҙалы ла. Һимертелгән оло кәзәнең ите 20-28 килограмға етә. Таҙа урында торған һөтлөкәйҙең һөтө лә, ите лә насар еҫ сығармай. Шуға ла уларҙы башҡа малдан айырым аҫрарға кәңәш итәләр. Ошондай шартта кәзә насар еҫте үҙенә һеңдермәйәсәк. Уны хатта ҡартайып, бәрәсләмәй башлағас һуйһаң да, итен ашарға ярай. Ите сифатлы һәм тәмле булһын өсөн кәзә бәрәсен бер йәше тулғанға тиклем мотлаҡ бестерергә кәрәк.
Дөрөҫ ҡарағанда, кәзә бик һирәк ауырый. Уға таҙа һыу ғына эсерегеҙ, шулай уҡ тоҙ бирергә лә онотмағыҙ.
Һүрәт асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: