Конгэк
-5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
4 Декабрь 2020, 13:47

Йәшәүгә дәрт бирә

*Хөрмәләге калий һәм үҫемлек шәкәре йөрәк, шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй.

*Хөрмәлә бета-каротин күп. Ул күҙҙәр өсөн дә бик файҙалы, ҡартайыуҙы тотҡарлай.
*Көн дә ошо емеш менән туҡланған кешегә пневмония һәм бронхит ҡурҡыныс түгел. Тәмәке тартҡандар көн дә ашарға тейеш.
*Хөрмәләге калий һәм үҫемлек шәкәре йөрәк, шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй.
*Ҡан тамырҙары тарайыуҙан, ҡан баҫымы юғарылығынан һәм эс ҡатыуҙан йонсоғандар өсөн бик мөһим аҙыҡ.
*Янған һәм ҡырҡылған урынға хөрмә иҙмәһен ҡаплаһаң, яралар тиҙерәк уңала.
*Бик яҡшы бәүел ҡыуҙырғыс булараҡ, бөйөргә яҡшы тәьҫир итә. 3-4 емеш ашап, артынан ҡайнар һөт эсһәң, һөҙөмтә тиҙ үк күренер.
*Хөрмәләге магний бөйөрҙәге тоҙҙарҙы сығара һәм уның эшмәкәрлеген яҡшырта.
*Ундағы тимер, микроэлементтар ярҙамында анемияны бөтөрөргә мөмкин. А һәм С витаминдарына бай.
*Һыуыҡ үткәндә, грипп менән ауырығанда, тамаҡ ауыртҡанда 1 хөрмә һутына 100 грамм йылы һыу һалып, бер нисә көн эсегеҙ, тамаҡ сайҡағыҙ һәм тиҙ һауығырһығыҙ.
*Депрессия ваҡытында көн дә кис хөрмә ашағыҙ. Ундағы магний, глюкоза һәм фруктоза нервыны тынысландыра, йоҡоно көйләй, йәшәүгә дәрт бирә.
*Ҡалдыҡтарын ташларға ашыҡмағыҙ. Һытҡылы, эре күҙәнәкле бит тиреһе өсөн хөрмә иҙмәһенә 1 йомортҡа һарыһын ҡушып, яҡшылап болғатҡас, биткә һылап, 20 минут тотоғоҙ. Һуңынан йыуығыҙ. Һытҡылар кәмей, бит тиреһе шымара.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: