Һуңғы вакытта имеш тә алкоголь коронавирустан һаҡлай икән тигән хәбәр тарала. Бындай мәғлүмәткә күптәр иҫе китеп ышана. Әммә табиптар был фаразды кире ҡаға.
“Алкоголь коронавирустан һаҡламай. Пандемия халыҡтың иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу проблемаһына сиктән тыш кире йоғонто яһай”, - ти Стәрлетамаҡтағы 2-се республика наркология диспансерының баш табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Азат Әсәҙуллин.