*Алйот менән алйот булма!..
*Күңелеңдә рәнйеш һаҡлама. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлағандың һаулығы ҡаҡшаған.
*Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләнгән эштең һөҙөмтәһе булмаҫ.
*Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел. Кире әйләнеп ҡайта ул.
*Хәрәкәттә - бәрәкәт. Ҡояш ҡарап торғанда йоҡлау йә ятыу файҙаға килтермәҫ.
*Көн дә бер булһа ла яҡшылыҡ эшлә. Кеше яҡшылығыңды күрмәһә лә, Хоҙай күрә.
*Тәүҙә - эш, унан - уйын. Тормош уйын, кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай.
*Тирә-яғыңды һәм үҙеңде таҙалыҡта тот. Йоҡлар алдынан аяҡты булһа ла сайырға кәрәк, тик һалҡынса һыу менән. Эҫе һыу тәнгә зыян.
*Һәр уңышһыҙлыҡты яҙмышҡа һылтама.
*Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һөйләр, аҡыл өйрәтер.
*Кешенең һәр әйткән һүҙен вәғәҙә тип ҡабул итмә.
*Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гонаһлы булып ҡалыуың бар.
*Аҡса һорағанға кәңәш бирмә, кәңәш һорағанға аҡса бирмә.
*Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең күрерһең, тормошоң йәмләнер.
*Ғәйеплеләрҙе эҙләмә. Кем нисек теләй - шулай йәшәй. Кеше оҡшамай икән - йыраҡ йөрө.
*Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана.