Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
15 Ғинуар 2021, 19:13

Көлөгөҙ, файҙаһы күп, белегеҙ

*Телевизор пульты эҙләгәндә яҡын кешеңә ышаныс тиҙ генә юғала ла ҡуя:- Пульттың өҫтөндә ултыраһыңмы?- Юҡ.- Тор әле!*Ир менән ҡатын ҡурҡыныс кино ҡарап ултыра. Ҡапыл экранда сихырсы әбей һүрәте килеп сыға:- Ой, әсәкәйееем!Ире:- Әәә, таныныңмы?*– Ҡатын-ҡыҙ ни өсөн кейәүгә сыға?– Тормош тәжрибәһе етмәгәнлектән.– Ә ниңә айырылыша?– Түҙемһеҙлеге өсөн.– Ә ни өсөн, улай булғас, яңынан кейәүгә сыға?– Хәтере ҡыҫҡараҡ шул...*Бөгөн катокҡа барҙым. Конькиҙа шыуҙым, шунан тубыҡта, аҙаҡ бит менән шыуҙым. Хәҙер скорыйҙа елдерәм. Хәрәкәттә - бәрәкәт!*- Өләсәй, ҡан тәмлеме?- Мин ҡайҙан беләйем?- Атайым, һин ҡанымды эсеп бөттө, тей.- Мейеһе юҡ бит ул атайыңдын!- Эйе, мейеһен былтыр уҡ ашап бөткәнһең.*География уҡытыусыһы врачҡа килгән.– Ҡайһы ерегеҙ ауырта? – тип һорай икән врач.– Аяғым.– Ҡайһы тирәһе?– Табанымдың төньяҡ-көнсығыш өлөшө.*Палеонтология музейында бер бала, өләсәһе менән иҫе китеп динозаврҙар һөлдәләрен ҡарап йөрөй ҙә һорап ҡуя:– Өләсәй, һин бәләкәй саҡта быларҙан ҡурҡып урамға ла сыға алмай ул­тырғанһыңдыр ул?*Әсәһе улын:– “Бишле” билдәһе ал, – тип мәктәпкә оҙата. – өс бишле алһаң, бер шоколад алып бирәм, – тигән әсәһе. Малай “икеле” билдәһе менән ҡайтып инә, әсәһе билдәһен һорай ти:– Йә, улым, “бишле” алдыңмы?– Әсәй, һинең аҡсаң әрәм булмаһын тип, “икеле” алдым, – тип яуаплаған улы.*Балалар теш врачы кабинетына инә.– Теште алдырырға килгәйнем, – ти берәүһе.– Ә ҡалғандар бында нәмә эшләй?– Ә улар минең нисек ҡысҡырғанды тыңларға килгән.*Алты йәшлек малай бер йәшлек ҡустыһының ни мығырлағанын аңлай алмай. Аптырағас,һорап ҡуя:- Әсәй, ә һин уны, ысынлап та, башҡорт тип уйлайһыңмы?*Бер ир ҡулын болғай-болғай автобус артынан йүгерә. Кешеләр уға ҡысҡыра.- Кеше көлдөрмә инде!- Көлкөгөҙ яңырыр әле ... Мин бит автобус водителе...

*Телевизор пульты эҙләгәндә яҡын кешеңә ышаныс тиҙ генә юғала ла ҡуя:
- Пульттың өҫтөндә ултыраһыңмы?
- Юҡ.
- Тор әле!
*Ир менән ҡатын ҡурҡыныс кино ҡарап ултыра. Ҡапыл экранда сихырсы әбей һүрәте килеп сыға:
- Ой, әсәкәйееем!
Ире:
- Әәә, таныныңмы?
*– Ҡатын-ҡыҙ ни өсөн кейәүгә сыға?
– Тормош тәжрибәһе етмәгәнлектән.
– Ә ниңә айырылыша?
– Түҙемһеҙлеге өсөн.
– Ә ни өсөн, улай булғас, яңынан кейәүгә сыға?
– Хәтере ҡыҫҡараҡ шул...
*Бөгөн катокҡа барҙым. Конькиҙа шыуҙым, шунан тубыҡта, аҙаҡ бит менән шыуҙым. Хәҙер скорыйҙа елдерәм. Хәрәкәттә - бәрәкәт!
*- Өләсәй, ҡан тәмлеме?
- Мин ҡайҙан беләйем?
- Атайым, һин ҡанымды эсеп бөттө, тей.
- Мейеһе юҡ бит ул атайыңдын!
- Эйе, мейеһен былтыр уҡ ашап бөткәнһең.
*География уҡытыусыһы врачҡа килгән.
– Ҡайһы ерегеҙ ауырта? – тип һорай икән врач.
– Аяғым.
– Ҡайһы тирәһе?
– Табанымдың төньяҡ-көнсығыш өлөшө.
*Палеонтология музейында бер бала, өләсәһе менән иҫе китеп динозаврҙар һөлдәләрен ҡарап йөрөй ҙә һорап ҡуя:
– Өләсәй, һин бәләкәй саҡта быларҙан ҡурҡып урамға ла сыға алмай ул­тырғанһыңдыр ул?
*Әсәһе улын:
– “Бишле” билдәһе ал, – тип мәктәпкә оҙата. – өс бишле алһаң, бер шоколад алып бирәм, – тигән әсәһе. Малай “икеле” билдәһе менән ҡайтып инә, әсәһе билдәһен һорай ти:
– Йә, улым, “бишле” алдыңмы?
– Әсәй, һинең аҡсаң әрәм булмаһын тип, “икеле” алдым, – тип яуаплаған улы.
*Балалар теш врачы кабинетына инә.
– Теште алдырырға килгәйнем, – ти берәүһе.
– Ә ҡалғандар бында нәмә эшләй?
– Ә улар минең нисек ҡысҡырғанды тыңларға килгән.
*Алты йәшлек малай бер йәшлек ҡустыһының ни мығырлағанын аңлай алмай. Аптырағас,һорап ҡуя:
- Әсәй, ә һин уны, ысынлап та, башҡорт тип уйлайһыңмы?
*Бер ир ҡулын болғай-болғай автобус артынан йүгерә. Кешеләр уға ҡысҡыра.
- Кеше көлдөрмә инде!
- Көлкөгөҙ яңырыр әле ... Мин бит автобус водителе...
Читайте нас: