4 аш ҡалағы он, 1 аш ҡалағы сүпрә, 1-2 аш ҡалағы шәкәр ҡомона стакан ярым йылы һыу ҡойоп, 20 минутҡа йылы урынға ҡабартырға ҡуйырға. Аҙаҡ 1 балғалаҡ өйөп тоҙ, ярты стакан көнбағыш майы һалып, тағы он өҫтәп, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫып, 40 минутҡа ҡалдырырға. Бәлеште яһағас та духовкаға ҡуйырға. Эслеге үҙегеҙ теләгәнсә, 180-200 градуста бешерергә. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
- Ошолай бешергәндә бәлеш йомшаҡ ҡына килеп сыға, оҙаҡ һаҡлана, - ти Мотай ауылынан уңған хужабикә Нәзирә Саликова.