Конгэк
-16 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
18 Ғинуар 2021, 18:43

Йондоҙнамә 18- 24 ғинуар

Йондоҙҙар юрауы юш килерме?

Ҡуҙы
Ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн осор ҡулай. Курс үтеп, камиллашырға тырышырға кәрәк.
Буға
Килешеүҙәргә, юридик документтарға ҡул ҡуймау хәйерле. Аҙнаның икенсе яртыһында күберәк ял итеү, көсөргәнеште кәметеү тураһында уйлау зарур.
Игеҙәктәр
Ваҡиғалар уртаһында ҡайнарға, күберәк файҙалы мәғлүмәт белергә теләрһең. Яңы танышлыҡ, экскурсияларға йөрөргә, дуҫтар менән осрашырға була.
Ҡыҫала
Эске һиҙемләүең ҡатмарлы хәлдән ҡотолоу юлын күрһәтер. Көйәләнмә, яҡын арала бµтәһе лә хәл ителер.
Арыҫлан
Көсөргәнешле эш көнөнән һуң көсөңдө тергеҙеү зарур. Башыңды эш тураһындағы уйҙарҙан арындыр, юғиһә был хеҙмәт сифатында кире сағылыш табыр.
Ҡыҙ
Айҙың һуңғы аҙнаһында ҙур башланғысты планлаштыра алаһың - ниндәй генә проектҡа тотонма - дуҫтарың һәм туғандарың ярҙамында һөҙөмтә юғары булыр.
Үлсәү
Уҡый башлау, командировкаға юлланыу уңышлы. Аҙнаны әүҙем уҙғарырға тырыш, спорт, бейеү менән шөғөллән, был көс һәм кәйеф өҫтәр.
Саян
Йомғаҡ яһау өсөн шәп ваҡыт. Премия йәки бүләк алыу ихтималлығы бар. Күсемһеҙ милек мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ҡулай осор.
Уҡсы
Белем алыуҙы камиллаштырыу зарур. Түләүле курсҡа барырға була. Ижади кешеләр менән танышыу отошло.
Ылаҡ
Көс, энергия килгәнен тойорһоң, тауҙар аҡтарырға әҙер булырһың. Яҡындарыңа ғына түгел, эштә лә кәрәклегеңде аңларһың. Башланғыс килем килтерер.
Һыуғояр
Күп һөйләп, пландарыңды бойомға ашырыуҙы уйлап та ҡарамайһың. Ялҡаулыҡтан арынырға кәрәк, яңы хистәргә ҡаршы ынтыл. Проблеманы күп уйлама.
Балыҡ
Алдағы аҙнала абруйыңа зыян килерҙәй эш ҡылма, йондоҙҙар ғәҙел, законлы ысулдарҙы файҙаланып ҡына, асыҡтан-асыҡ ғәмәл ҡылыуҙы кәңәш итә.
Читайте нас: