Мысыр, Һиндостан һәм Ҡытайҙа төҫтәр терапияһы1877 йылда уҡ үҫеш алған. Белгестәр, төҫтәр ауырыуҙы, хис-тойғо халәтен тулыһынса дауалай, ти. Кейем һайлағанда төҫтөң уңай тәьҫире, энергия өҫтәүе бик әһәмиәтле.
Дауаланыуҙа күп осраҡта ҡыҙыл, һары, зәңгәргә өҫтөнлөк бирелә, ҡыҙғылт һары, шәмәхә һәм йәшел төҫтәр ҡулланыла.
Ҡыҙыл төҫ йылытыу үҙенсәлегенә эйә, ул йөрәкте һәм ҡан әйләнеше системаһын көйләй, бауыр эшсәнлеген яҡшырта. Был төҫ үҙ-үҙеңә ышанысты һәм лидерлык сифаттарын үҫтерә. Юғары ҡан баҫымлы, ҡуҙғыусан кешегә ҡыҙыл төҫтө һайламау хәйерле.
Һары кәйефте күтәрә. Ул аҡыл эшсәнлегенә һәм нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә, талаҡты тынысландыра, бауыр менән проблемалар булғанда ярҙамға килә.
Ҡыҙғылт һары төҫ үпкәләрҙе дауалай, депрессияла, аппетит булмағанда булыша.
Зәңгәр төҫ организмды һыуыта, юғары температура ваҡытында һәм тән бешкәндә ҡулланыла. Ул баш ауыртҡанда ла ярҙамға килә.
Йәшел төҫ нервыны тынысландыра һәм арығанлыҡты бөтөрә. Ул тетрәнеүҙән иң яҡшы сара һанала.