Конгэк
+16 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
22 Ғинуар 2021, 13:27
Тоҙло кәбеҫтә, ҡыяр яратһаң
Эсәктәрҙең сәләмәт флораһын һаҡлар һәм вирустарға ҡаршы торор
Табиптар эсәктәрҙең сәләмәт флораһын һаҡлаған һәм организмдың вирустарға һәм бактерияларға ҡаршы тороу механизмдарын активлаштырған ризыҡтарҙы атаған.
Организм өсөн пробиотик аҙыҡ алыу бик мөһим. Был файҙалы матдәләр махсус препараттарҙа ғына түгел, ҡайһы бер ризыҡтарҙа ла бар.
Мәҫәлән, шәкәр һәм артыҡ өҫтәмәләр һалынмаған натураль йогурт файҙалы. Яңы етештерелгән ризыҡта эсәктәрҙең нормаль эшләүе өсөн кәрәкле әскелтем һөт бактериялары күберәк була. Кефирҙа ла бик күп пробиотиктар барлығы билдәле.
Рационда тоҙло кәбеҫтә бар икән, бында эсәктәр өсөн кәрәкле клетчатка һәм иммунитет өсөн витаминдар күп. Өйҙә тоҙлаған ҡыярҙа ла пробиотиктарҙың күп булыуы асыҡланған. Магазинда һатылғанында улар бөтөнләй юҡ икән.
Сырҙар араһында моцарелла, чеддер, гауда һәм пармезан сорттары пробиотиктарға бик бай.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты