Маһайып китмә, тыйнаҡлыҡ ҡамасауламаҫ. Ҡыҙыҡһынһаң, хәлде, һүҙҙәрҙе анализлаһаң, күптәнге сергә асҡыс табырһың.
Аҙыраҡ алып, күберәк бирергә тырыш. Башҡалар өсөн нәмәлер эшләһәң, тормошоңа шатлыҡ өҫтәлер, тик улар үҙен бурыслы тоймаһын.
Үҙеңде ҡайһы берҙә ҡәҙерлә, ярат, иркәлә. Ваҡиғалар барышына әүҙем йоғонто яһауҙан баш тартыу хәйерле. Үҫешеңә етерлек ваҡыт бүлеп, тыныс ҡына бәхетле сәғәтеңде кµт.
Бөтәһенән йырағыраҡ булырға, йортта бикләнергә йәиһә ҡайҙалыр сығып китергә теләрһең. Сәләмәтлегеңә, ҡиәфәтеңә иғтибар бүл.
Үпкәне онот, иңеңдән йөктө алып ташлап, еңел һула. Ауыр һүҙ әйткән йәки ҡылыҡ ҡылған кешегә йµрәгеңде ас.
Был осорҙа тиҙ арыу ихтимал, ялға, йоҡоға күберәк ваҡыт бүлеү зарур. Аҙнаның икенсе яртыһы танышлыҡ, романтик осрашыу менән шатландырыр.
Теүәллектең дә, камиллыҡтың да сиге бар. Ошо сикте аша атлаһаң, зыян ғына килтерерһең. Тормошоңдо ҡатмарлаштырма.
Быуған билдәһеҙлектән ҡотолоу мөмкинлеге бар. Пландарың сағыуланыр, маҡсатҡа өлгәшеүҙе аныҡ күҙалларһың. Элекке проблемалар хәл ителер.
Ҡылыҡтарыңа хистәрең баш булмаһын. Ҡатмарлы хәлдәрҙә эске тауышыңа ҡолаҡ һал, намыҫыңа таянып, ҡарарҙы уйлап ҡабул ит.
Ҡул ҡаушырып ултырырға тура килмәҫ. Шунда уҡ үтәй торған эш сығып ҡына торор. Аҙна сәйәхәткә сығыу, дуҫтар менән осрашыу өсөн ҡулай.
Сағыу ваҡиғаларға, осрашыуҙарға тулы аҙна. Алтынға тиң мөмкинлектәрҙе ҡулыңдан ысҡындырма. Яңы тәжрибәгә асыл, ғәжәпләнергә, аптыратырға әҙерлән.
Йондоҙҙар көсөңдө дөрөҫ сарыфларға кәңәш итә. Мөһим һанаған бурыстан тайпылмаҫҡа тырыш. Башҡаларға ярҙамлашыуҙан баш тартма, тик елкәңә ултырырға ла рөхсәт итмә.