ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Тағы ла бер көнгә ҙурайҙыҡ!

Хәйерле кесаҙна иртәһе!Тағы ла бер көнгә ҙурайҙыҡ!Бөгөн 11 февраль (шаҡай), кесаҙна, йылдың 42-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 323 көн ҡала. Йомадиәл ахыр (جمادى الآخر) айының 29-сы көнө. Ҡояш 08 сәғәт 44 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 15 минутта байый. Көн оҙонлоғо - 09 сәғәт 31 минут. Был көн тарихта.????Б. э. т. 660 йыл: Япон дәүләтенең барлыҡҡа килеүе.????Император Пётр I Рәсәй империяһында тәмәке һатыуҙы рөхсәт итә (1697)????Башҡортостанда царизм сәйәсәте тураһында Сенат указдары сыға (1736)????Тәһрандағы рус илселегенә һөжүм: биналағы барлыҡ кешеләр, шул иҫәптән дипмиссияның башлығы А. Грибоедов та, һәләк була, сәркәтип Мальцов ҡына йәшенеп ҡотола ала (1829)????Санкт-Петербургтан Царское Селоға тиклем тимер юл буйлап ат егелгән поезд йөрөй башлай (1838)????РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл флотын (РККФ) ойоштороу тураһында декрет ҡабул итә (1918)????Фредерик Бантинг инсулин уйлап таба (1922)????Ҡыҙыл Армия Фин һуғышында Маннергейм линияһын өҙөү операцияһын башлай, ул Финляндияның капитуляцияһы менән тамамлана (1940)????Сталин Дәүләт оборона комитетының "СССР-ҙа атом бомбаһын эшләү тураһындағы ҡарар"ын раҫлай (1943)????Ан-8 хәрби-транспорт самолетының тәүге осошо (1956)????Бөйөк Британия Консерватив фирҡәһенең рәйесен һайлауҙың икенсе турында Маргарет Тэтчер еңеү яулай һәм Британияла оппозицияның тәүге ҡатын-ҡыҙ етәксеһе була (1975)????Владимир Меньшовтың «Москва слезам не верит» фильмының премьераһы. 1981 йылда фильм сит телдәге иң яҡшы фильм номинацияһында «Оскар»ға лайыҡ була (1980)????Гравитация тулҡындарын эксперименталь асыу тураһында иғлан ителә (2016) ????Тыуған көндәр. Мәҙәниәт эшмәкәре Тулыбаева Нәфисә Булат ҡыҙы (1965), йырсы Фәдис Ғәниев (1967) һ.б ????Иҫкә алайыҡ. 1969: Әхмәров Ҡасим Закир улы, башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор. Байрамдар.

Хәйерле кесаҙна иртәһе!Тағы ла бер көнгә ҙурайҙыҡ!
Бөгөн 11 февраль (шаҡай), кесаҙна, йылдың 42-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 323 көн ҡала. Йомадиәл ахыр (جمادى الآخر) айының 29-сы көнө. Ҡояш 08 сәғәт 44 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 15 минутта байый. Көн оҙонлоғо - 09 сәғәт 31 минут.
Был көн тарихта.
Б. э. т. 660 йыл: Япон дәүләтенең барлыҡҡа килеүе.
Император Пётр I Рәсәй империяһында тәмәке һатыуҙы рөхсәт итә (1697)
Башҡортостанда царизм сәйәсәте тураһында Сенат указдары сыға (1736)
Тәһрандағы рус илселегенә һөжүм: биналағы барлыҡ кешеләр, шул иҫәптән дипмиссияның башлығы А. Грибоедов та, һәләк була, сәркәтип Мальцов ҡына йәшенеп ҡотола ала (1829)
Санкт-Петербургтан Царское Селоға тиклем тимер юл буйлап ат егелгән поезд йөрөй башлай (1838)
РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл флотын (РККФ) ойоштороу тураһында декрет ҡабул итә (1918)
Фредерик Бантинг инсулин уйлап таба (1922)
Ҡыҙыл Армия Фин һуғышында Маннергейм линияһын өҙөү операцияһын башлай, ул Финляндияның капитуляцияһы менән тамамлана (1940)
Сталин Дәүләт оборона комитетының "СССР-ҙа атом бомбаһын эшләү тураһындағы ҡарар"ын раҫлай (1943)
Ан-8 хәрби-транспорт самолетының тәүге осошо (1956)
Бөйөк Британия Консерватив фирҡәһенең рәйесен һайлауҙың икенсе турында Маргарет Тэтчер еңеү яулай һәм Британияла оппозицияның тәүге ҡатын-ҡыҙ етәксеһе була (1975)
Владимир Меньшовтың «Москва слезам не верит» фильмының премьераһы. 1981 йылда фильм сит телдәге иң яҡшы фильм номинацияһында «Оскар»ға лайыҡ була (1980)
Гравитация тулҡындарын эксперименталь асыу тураһында иғлан ителә (2016)
Тыуған көндәр. Мәҙәниәт эшмәкәре Тулыбаева Нәфисә Булат ҡыҙы (1965), йырсы Фәдис Ғәниев (1967) һ.б
????Иҫкә алайыҡ. 1969: Әхмәров Ҡасим Закир улы, башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор.
Байрамдар.
????Фәндә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар көнө
????Бөтә донъя сирлеләр көнө
????Дуҫтар табыу көнө
????Депрессиянан ҡотолоу көнө
????Гитара көнө
????Аҡ футболка көнө
????Пароходтың тыуған көнө
????Серле ҡатын-ҡыҙ булмышы көнө
????Төнгә ҡарай тылсымлы әкиәттәр һөйләү көнө
Төштәрегеҙ татлы булғандыр, моғайын, өндәрегеҙ уларҙың тағы ла сағыуыраҡ дауамы булһын! Яңы көн менән!
Читайте нас: