ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйебеҙ – тормошобоҙ йәме

Кеше ниндәй айҙа тыуһа, шул миҙгелдең сифатына эйә була тигәндәре бик тә хаҡ. Беҙ быны ошо көндәрҙә 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән әсәйебеҙ Зәйтүнә Зәйнәғәбдин ҡыҙы Сабитоваға ҡарап та әйтә алабыҙ. Февралдең ынйы ҡары тәбиғәтте сафлығы, таҙалығы менән нисек балҡытһа, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ҙә үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде матурлай, балаларына, дуҫтарына, туғандарына йөрәк йылыһын йомарт өләшә.

Кеше ниндәй айҙа тыуһа, шул миҙгелдең сифатына эйә була тигәндәре бик тә хаҡ. Беҙ быны ошо көндәрҙә 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән әсәйебеҙ Зәйтүнә Зәйнәғәбдин ҡыҙы Сабитоваға ҡарап та әйтә алабыҙ. Февралдең ынйы ҡары тәбиғәтте сафлығы, таҙалығы менән нисек балҡытһа, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ҙә үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде матурлай, балаларына, дуҫтарына, туғандарына йөрәк йылыһын йомарт өләшә.
Әсәйебеҙ сығышы менән Иштуған ауылынан. Күп балалы, эшһөйәр, илһөйәр ғаиләлә үҫкән ул. Ете йыллыҡ мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаһа ла, артабан уҡырға насип булмай уға. Әммә ул ғүмер буйы белем алыуынан туҡтаманы, беҙ белә-белгәндән уҡыны ҡәҙерлебеҙ. Нәфис әҙәбиәт яратҡан кешенең күңеле һәр ваҡыт матурлыҡҡа ынтылыуын, изгелеккә тартылыуын, яңылыш юлға баҫмауын, намыҫлы, эшһөйәр булып үҫеүен яҡшы аңлай ине ул. Шуға ла китап уҡыуға беҙҙә лә һөйөү тәрбиәләне. Атайыбыҙ иртә вафат булғас, биш баланы яңғыҙы үҙ аллы тормош юлына баҫтырыуҙа, ысын кеше итеп тәрбиәләүҙә үҙенең тоғро дуҫы итеп күрҙе китапты. Ғөмүмән, ул бөтә һөйөүөн, наҙын беҙгә, балаларына бүләк итте, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә бирә.
Эйе, донъя йөгөн тартыу еңел булмай уға, әммә ошоғаса әсәйебеҙҙең уфтанғанын ишеткәнебеҙ юҡ. Яҙмышы насип иткән һынауҙарҙы ла, ҡыуаныс-шатлыҡтарҙы ла лайыҡлы ҡабул итеп, тормошона зарланмай, тыныс ҡына донъя көтөүен белә. Әле лә уның тик ултырғанын һис күрмәҫһең. Бәйләме лә һәр ваҡыт эргәһендә, тегеү эшен дә ташларға уйламай. Үҫмер генә сағынан тегә ул. 12 йәше тулғас, ағаһы алып биргән машинаһында ауылдаштарына ла, туғандарына ла, колхозға ла текмәгән әйбере ҡалмай. Әбейҙәр сәй эскәнсе, бер күлдәк өлгөрткән ул хатта.
Ҡайғы-хәсрәтте күп күрһә лә, тормошто яратыуҙан туҡтамай, күңеле ҡатмай һөйөклөбөҙҙөң. Кешеләргә, туғандарына, күрше-тирәгә ихлас ярҙам итеүен, аҡыллы кәңәштәрен биреүен дауам итә. Бер ҡараһаң, ул - шундай нәзәкәтле ханым. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең өсөн ҡалҡан булып ҡалҡа ла белә ине. Ә инде тәү ҡарамаҡҡа ауыр ғына күренгән эште лә уфтанмай, еренә еткереп эшләп ҡуйыуына һәр саҡ хайран ҡалабыҙ.
Әсәйебеҙ - тыйнаҡ та, һөйкөмлө лә, эшсән дә, түҙемле лә, иманлы ла кеше. Ул - беҙҙең тормошобоҙ йәме, ашыбыҙҙың тәме. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйенсә дөрләтеп тота. Асыҡ йөҙлө, йор һүҙле, егәрле кешебеҙ Нөгөш ауылы халҡы араһында хаҡлы рәүештә хөрмәт ҡаҙана тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Ул оҙаҡ йылдар дауамында “Тау һауаһы” шифахана-профилакторийында официант булып эшләне. Тилберлеге, эшһөйөүсәнлеге, намыҫлы һәм ғәҙел булыуы менән хеҙмәттәштәре һәм ойошма етәкселегенең ихтирамын да яулаған ул. Юбилейы айҡанлы ғәзиз кешебеҙгә күңел түрендәге иң изге теләктәрҙе генә юллайбыҙ. Уға бәхетле ҡартлыҡ, күңел бөтөнлөгө, тыныс көндәр, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.
Ҡотлау һүҙебеҙҙе ошо шиғри юлдар менән тамамлағыбыҙ килә:
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Резеда, Хәтимә, Елена, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
Читайте нас: