Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бешереп ҡарағанығыҙ бармы? Бик тәмле килеп сыға!

Иң тәүҙә ҡамыр эшләй торған һауытҡа бер йомортҡаны һытабыҙ, бер стакан кефирҙы ҡушып венчик менән болғарға. 1 сәй ҡалағы сода ҡушабыҙ(аш һеркәһе менән һүндереү кәрәкмәй) , артабан манная ярмаһы, шәкәр һәм ванилин ҡушырға, болғауҙы дауам итәбеҙ, төйөрсөктәре ҡалмаҫлыҡ итеп яҡшылап болғарға, артабан инде ондо ҡушырға, ҡуйы ҡаймаҡ кеүегерәк масса килеп сығырға тейеш.

1 стакан кефир
1 стакан манная ярмаһы
1 стакан он
1 стакан һөт
1 стакан шәкәр ҡомо
1 йомортҡа
1 сәй ҡалағы сода
1 пакетик ванилин

Иң тәүҙә ҡамыр эшләй торған һауытҡа бер йомортҡаны һытабыҙ, бер стакан кефирҙы ҡушып венчик менән болғарға. 1 сәй ҡалағы сода ҡушабыҙ(аш һеркәһе менән һүндереү кәрәкмәй) , артабан манная ярмаһы, шәкәр һәм ванилин ҡушырға, болғауҙы дауам итәбеҙ, төйөрсөктәре ҡалмаҫлыҡ итеп яҡшылап болғарға, артабан инде ондо ҡушырға, ҡуйы ҡаймаҡ кеүегерәк масса килеп сығырға тейеш.

Табаны майлайбыҙ ҙа шыйыҡ ҡамырҙы ҡоябыҙ. 180°-ҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейескә ҡуйып 35 минут самаһы ваҡыт эсендә бешереп алабыҙ, бешкәнлеген ағас шпажка (нәҙек ағас сыбыҡ) менән сәнсеп тикшереп ҡарайбыҙ, ағас ҡоро көйө генә сыҡһа манник бешкән тигәнде аңлата. Һәм бына ошо урында иғтибар : манникты бешереп алғас та өҫтөнә бер стакан һөт ҡойорға, ҡурҡмағыҙ, һөт тиҙ генә арала бисквитҡа һеңә лә бисквит тағы ҡабара төшә, ҡайнар һөт ҡойорға тиелә, әммә мин һалҡын һөттө ҡойҙом, бер ниндәй айырма тойманым, бик тәмле, йомшаҡ һәм саҡ ҡына дымлыраҡ ҡына бисквит килеп сыҡты, сәй янына бик тәмле ризыҡ!. ????????

Әйткәндәй, бисквитты мин әйләндереп һөт ҡойҙом, нишләптер шулай булырға тейеш кеүек тойолдо,шулай яҡшыраҡ һеңә һөт.
(Гөлгөнә Байегетованың сәхифәһенән).
Читайте нас: