Бөгөн 18 февраль (шаҡай), кесаҙна, йылдың 49-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 316 көн ҡала. Рәжәб (رجـب) айының 6 – сы көнө. Ҡояш 08 сәғәт 29 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 30 минутта байый. Көн оҙонлоғо – теп-теүәл 10 сәғәт. Февраль башынан көн оҙонлоғо 1
Һиндостанда тарихта тәүге тапҡыр почта авиарейсы башҡарыла. Осоусы Анри Пике 6,5 мең хаттан һәм 250 асылманан торған йөктө Аллаһабадтан Нейниға 13 км араға алып бара (1911)
Борай ауылында Борай башҡорт милли советы Башҡортостан мөхтәриәте составында Борай башҡорт кантоны ойошторолоуы тураһында иғлан итә (1918)
Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт ғәскәре Советтар яғына сыға (1919)
АҠШ астрономы Клайд Томбо Ҡояш системаһының туғыҙынсы планетаһы Плутонды аса (1930)
Өфөлә шайбалы хоккей буйынса тәүге ярыш уҙғарыла — «Спартак» (Өфө) һәм «Спартак» (Силәбе) командалары осраша (1953)
Тәүге тапҡыр триатлон буйынса ярыштар үткәрелә (1978)
Сахара сүлендә ҡар яуа (1979)
Борис Ельцин КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһына кандидат итеп һайлана (1986)
Башҡортостан һәм Удмурт Республикаһы араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла (1993)
Тыуған көндәр. Бейеүсе Мөхәммәт Иҙрисов (1920—4.02.2012), яҙыусы, журналист Әмир Гәрәев (1928—2.11.2008), ғалим-тау инженеры Өмөтбаев Вил Ғайса улы (1938—12.12.2020),йырсы, радиожурналист Сөләймәнова (Хәлитова) Фәниә Байгилде ҡыҙы (1939), цирк артисы, атта һыбай йөрөүсе оҫта, тренер Кирәев Салауат Ғаяз улы (1955—6.04.2001), йырсы, педагог Ноғоманова Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы (1936), элемтә тармағы алдынғыһы, Башҡортостандәң халыҡ шағыры Рәми Ғариповтың өлкән улы Ғарипов Салауат Рәми улы (1956 — 7.05.2014) һ.б.
Ҡораллы Көстәрҙең Аҙыҡ-түлек һәм әйбер хеҙмәте көнө
Халыҡ-ара айныҡ водитель көнө
Февралдең сатлама һыуыҡтары торһа ла, күңелдә ЙЫЛЫ хистәр, ЭҪЕ тойғолар, ҠАЙНАР һөйөү, ЯЛҠЫНЛЫ дәрт булһын! Кесаҙна көнөбөҙ хәйерле үтһен!