Яҙ булыр ҙа инде бер мәл,
Бынау ҡар бөтөр ҙә ул.
Күңелдәге ҡәтғи нөктә
Күптәнән өтөр ҙә ул.
Иремәй торған йән булмай,
Йылы көтмәгән йөрәк.
Ҡыштың ҡуҙғып китеүенә
Бары бер һүҙең кәрәк.
Шуны ғына көтөп тора
Ҡыш,
... һәм яҙ
... һәм дә үҙем.
Тамсы булып тамам әле...
Урғылам – бөтһә түҙем.
М. Ҡаһарманова