Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Бесән өҫтө

Июль, июль...Инде малым да юҡ,Кәрәк түгел бесән сабаһы,Ялан күрһәм - килә салғы тотҡом,Рәттәр күрһәм - күбә һалаһы.

Болон йәмләр үлән - кәбәндәрҙә,
Ҡалҡып ҡына килә йәш ҡурпы,
Сабынлыҡты ялмап томан ала -
Елбәҙәккәй генә аҡ ҡырпыу.
Киске тауыш китә әллә ҡайҙа-
Ат бышҡыра, сыңлай зыңғыры,
Кемдер кемгә хәбәр бирә буғай -
Арғы яҡта ҡуя һыҙғырып.
Эңер көйләй ана, сөр-сөр итә,
Юл буйына килә оҙатып,
Бесән еҫе, урман, йылға еҫе...
Ҡояш бата, шәфәҡ ҡуҙлатып.
Шатлыҡтар ҙа була икән моңһоу,
Бесән бөттөк , индән эш төштө,
Томандарҙың дымы ултырҙымы -
Керпегемдән өҙөлөп йәш төштө.
Томан арттарында тороп ҡалды
Иңле-иңле бакуй һалыуҙар,
Салғыларҙы сыңлатып яныуҙар,
Күбә һуғып арыу-талыуҙар...
Июль, июль...Инде малым да юҡ,
Кәрәк түгел бесән сабаһы,
Ялан күрһәм - килә салғы тотҡом,
Рәттәр күрһәм - күбә һалаһы.
Шәфәҡ кеүек алһыу төҫкә буяй
Үткәндәрҙе бөгөн һай хәтер:
Михнәте лә бесән эшләүҙәрҙең
Булған икән йәшлек рәхәте.
Һынай ине бесән һәр берәүҙе,
Әйтәм әле берҙе биш итмәй:
Иң-иң иҫтә нимә тиһегеҙме-
Сабынлыҡта элгән бишектәр...
Г. Ситдиҡова
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: