Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Ваҡ бәлеш

Ҡамыр өсөн 1 стакан һөт, 1 аш ҡалағы шәкәр, 60 г сүпрә, 1 ҡап маргарин, семтем тоҙ, 2,5 стакан он кәрәк.

Эслек өсөн 500 г ит фаршы, 2 һуған, 4 бәрәңге, тәменсә тоҙ һәм борос.

Йылы һөткә шәкәр һәм сүпрә ҡушабыҙ. Бәрәңге һәм һуғанды шаҡмаҡлап турайбыҙ һәм ит менән бергә болғатабыҙ.

Он менән маргаринды бергә ҡушабыҙ. Артабан һөт, шәкәр, сүпрәле һөткә һалабыҙ. Яҡшылап болғатырға кәрәк. Ҡулға йәбешмәй торған ҡамыр баҫабыҙ.

Әҙер ҡамырҙан урман сәтләүеге ҙурлығында ҡамыр киҫәктәрен бүлеп сығырға һәм йәймәләр әҙерләргә.

Йәймәләр өҫтөнә эслек һалабыҙ, ситтәрен күтәреп бөгөп ҡуябыҙ, уртаһында яҡынса 5 см диаметрлы тишек ҡалдырабыҙ. Ваҡ бәлеш түңәрәк һәм бейек булырға тейеш.

Ваҡ бәлештәрҙе майлы табаға теҙәбеҙ һәм духовкала 200 градуста 35-40 минут бешерәбеҙ.
Рецепт "Файҙалы кәңәштәр"ҙән.
Фото интернеттан.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: