Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

ҠАРА ҠАРАҒАТТАН ҠАЙНАТМА

Кәрәк буласаҡ:11 стакан ҡара ҡарағат,14 стакан шәкәр,2 стакан һыу.

Кәрәк буласаҡ:
11 стакан ҡара ҡарағат,
14 стакан шәкәр,
2 стакан һыу.
Ҡарағатты таҙартып, йыуып, һарҡытып алабыҙ.
Кәстрүлгә 2 стакан һыу һәм 7 стакан шәкәр һалабыҙ.
Сироп әҙерләйбеҙ, шәкәр тулыһынса иреп бөтөргә тейеш.
Ҡайнаған сиропҡа бөтә ҡарағатты һалып, ул ҡайнап сыҡҡандан һуң тағы ла 10 минут утта тотабыҙ.
Аҙаҡ уттан алабыҙ.
Был массаға ҡалған шәкәрҙе һалып, ул тулыһынса иреп бөтәкәнсе 10 минут тирәһе бутайбыҙ.
Эҫе көйө банкаларға һалырға.

Рецепт һәм фото интернеттан.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: