Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙнамә фаразы

Был аҙна үҙ аллы эш башлау өсөн ҡулай.

Ҡуҙы

Йәнең теләгәнде генә эшлә.  Һынамыш, юрамыштарға иғтибарҙы көсәйтеү ҡамасауламаҫ.

Буға

Үҙенсәлекле проектты тормошҡа ашырыу өсөн шәп ваҡыт. Планлаштырғандан күберәккә өлгәшерһең. 

 Игеҙәктәр

Ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә айыҡ иҫәпкә, аҡылға таяныу хәйерле икәнлеген иҫеңдән сығарма.

 Ҡыҫала 

Ваҡ-төйәк күҙ уңыңан ысҡынмаһын, юғиһә проблема  өҫтәлер. Ваҡиғаларҙы ашыҡтырма, иң яҡшыһы - көтә белеү.

Арыҫлан

Мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы,отошло танышыу мөмкинлеге көтөлә, аралашыу файҙалы булмаҡсы.                                   

Ҡыҙ

Был аҙна үҙ аллы эш башлау өсөн ҡулай. Эшлеклеләр өҫтәлмә килем сығанағы табып шатланыр.

Үлсәү

Төрлө көсөргәнештән һаҡланырға тырыш. Күңелһеҙлекте аңлашып хәл иткәндә генә еңеллек килер.

Саян

Эш урынын алмаштырыу өсөн ҡулай ваҡыт түгел. Ниәтләгәнде ғәмәлгә ашырыуға ҙур мөмкинлектәр тыуыр.   

Уҡсы

Был аҙнала етди һынауҙар көтөлөүе ихтимал. Шуның өсөн килеп сыҡҡан ваҡиғанан файҙа эҙләргә кәрәк.  

Ылаҡ 

Хис-тойғолар  сағыуланыуы күңелеңде елкетер. Ҡатын-ҡыҙға көслө зат тарафынан иғтибар көсәйер.

Һыуғояр

Аҙна башында өҫтәлмә килем сығанағы табыу мөмкинлеге бар. Эшмәкәрлегеңә киңерәк ҡара.

Балыҡ

Болоҡһорһоң, йәнең тынғылыҡ тапмаҫ. Үҙеңде битәрләмә, бөтәһе лә ваҡытлыса ғына бит.

Йондоҙнамә фаразы
Йондоҙнамә фаразы
Йондоҙнамә фаразы
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: