Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙнамә фаразы

Тормошҡа яңыса ҡарарға тура килер.

Йондоҙнамә фаразы
Йондоҙнамә фаразы

Ҡуҙы

Кәңәш бирергә әүәҫләнерһең, мохтаждар табылһа, ярай ҙа, абруйлы булһа ла, фекереңде тағырға ашыҡма.

 Буға

Аҙна башында уҡ көсөң ташып торор, бар эшкә лә өлгөрөр инең... Аныҡ күрһәтмә биреүсе булһа, хәл арыуланыр.

Игеҙәктәр

Яуаплылыҡтан ҡотолоу мөмкин түгел. Аҙаҡҡа ҡалдырған мәшәҡәткә барыбер тотонорға тура килер.

Ҡыҫала

Быға тиклем тотҡарлап торған халәтеңде еңеп, алға ынтылырһың. Үҙгәрештәр көтөлә, бынан ҡурҡырға кәрәкмәй.   

Арыҫлан

Һуңғы ваҡыт контролдән сыҡҡан финанс мәсьәлә тәҡәтеңде ҡоротор. Йөрәгеңде тыңлаһаң, яҙмыш йылмайыр.

Ҡыҙ

Аҙна башындағы хис-тойғо ыңғай ҙа, шулай уҡ кире сағылыш та йөрөтөр. Тормошҡа яңыса ҡарарға тура килер.

Үлсәү

Барыһы ялҡытыр, ығы-зығы, тауыштан ҡасҡың килер. Бурысҡа йәки киреһенсә, аҡса ҡайтарыуҙы һорарҙар. 

Саян

Аңлашмаусанлыҡ, ыҙғыш ҡупмағайы. Тиҙ ҡыҙыусанға әйләнерһең, ҡөһөрөн яҡындарыңа төшөрөргә маташырһың.

Уҡсы

Ғаиләләге мәшәҡәт өсөн аҙна ҡулай булыр. Үҙеңде тулыһынса ҡәнәғәт тойорһоң. Эштәге  ҡатмарлыҡтар көйләнер. 

Ылаҡ

Дүшәмбе юғалтыу кисереүҙән йәки күңелһеҙлектән эмоциональ бушлыҡ һиҙелеүе ихтимал. Ә ысынында бер ниндәй ҡурҡыныс та юҡ.     

Һыуғояр

Һине баһаламайҙар кеүек тойолор, ҡайғырырһың, ҡулыңа эш бармаҫ, был хәлде ҡатмарлаштырыр ғына. 

Балыҡ

Ялҡытҡан шөғөл башҡарырға тура килер. Бының эмоциональ торошҡа кире йоғонтоһо булыуы ла ихтимал.

Йондоҙнамә фаразы
Йондоҙнамә фаразы
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: