Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙнамә фаразы

Уйламаған шәп сюрприз көтөлә.

Йондоҙнамә фаразы
Йондоҙнамә фаразы

Ҡуҙы

Һөнәреңдә үҫеш күҙәтелер. Эшеңдә баһаларҙар. Йортта төҙөкләндереү, йыһаз күсерергә ҡулай ваҡыт.

Буға

Үҙеңә бер аҙ ял ойоштор, аҡса ҡыҙғанма. Йөрәгеңде өйкәгән шиккә сик ҡуйылыр, эске тауышыңды тыңла.         

Игеҙәктәр

Ҡыҫҡа сәйәхәткә юлланыу өсөн шәп ваҡыт. Күңелеңә ятҡанды һайлаһаң, яңылышмаҫһың.        

Ҡыҫала

Аҡса һалыуға бәйле етди пландар барлыҡҡа килер. Мәғлүмәтте тейешенсә өйрәнеү ҡамасауламаҫ.   

Арыҫлан

Тәбиғәткә сығып, спорт ярыштарында ҡатнашып, аҙнаны әүҙем уҙғарырға кәрәк.

Ҡыҙ

Мөһим эштәр ҡапыл өйөлөр. Ығы-зығыға бирелмәй генә мәшәҡәтеңде ослау хәйерле. Бөтәһе лә ҡулыңдан килер.

Үлсәү

Оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән тотороҡло һөҙөмтә көтөлгән эшкә тотон. Яҡын арала кәрәгәсәк мәғлүмәтте белерһең.          

Саян

Осорҙо ғаиләң менән уҙғар. Изге тылсымсыға әйлән, бының ыңғай хистәр килтереүенә ғәжәпләнерһең. 

Уҡсы

Элекке бурысыңдан ҡотолоуҙы ниәтләрһең. Аҙнала эшкә ҡағылышлы яңы тәҡдимдәр алырһың.            

Ылаҡ

Уйламаған шәп сюрприз көтөлә. Лотереяла оторһоң. Икенсе аҙна йорт һәм ғаилә мәшәҡәте өсөн ҡулай.  

Һыуғояр

Иң мөһиме - ялҡауланмау. Энергия тойорһоң, идеялар урғылып торор. Бөтәһен дә ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге эҙлә.

Балыҡ

Ижади һәләтеңде үҫтереүҙә ғәҙәти булмаған ысул уңайлы. Торлағыңды төҙөкләндереүгә бәйле мәшәҡәт тыуыр.

Йондоҙнамә фаразы
Йондоҙнамә фаразы
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: