Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

ҠЫШ

Донъялар аҡҡа күмелһә,Күңелем булыр ине.Мөлдөрәмә тулып, ҡабатТүгелеп булыр ине.

ҠЫШ
ҠЫШ

Донъялар аҡҡа күмелһә,
Күңелем булыр ине.
Мөлдөрәмә тулып, ҡабат
Түгелеп булыр ине.
Ҡар бөртөгөн усҡа алып,
Һоҡланып булыр ине.
Ҡар һыуығы, тигән булып
Аҡланып булыр ине.
Күпереп ятҡан юрған буйлап
Эҙ һалып булыр ине.
Тамам бөтөн күңел менән
Ҡуҙғалып булыр ине.
Донъялар аҡҡа күмелһә...

Наилә Хәмбәлиева.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: