Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ә һеҙ шыршы биҙәнегеҙме әле?

Ҡышҡы оҙон кистәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенә ҡул эштәрен ҡыҫтырып кис ултырырға йөрөгәндәр. Өйҙә бер үҙең генә ҡул эше тотоп ултырыу күңелһеҙ. Ә былай бергә күңелле лә була, донъя яңылыҡтары менән дә танышаһың, башҡа ҡул эштәренә лә өйрәнәһең. Смаҡ ауылында бигерәк тырыш, эшсән халыҡ йәшәй. Мәҙәниәт йортонда Нурия Бураҡанова етәкләгән “Ҡыш бабай оҫтаханаһы” түңәрәгендә хаҡлы ялдағы ауыл ағинәйҙәре иң күңелле мәшәҡәт - шыршы-ҡупшыҡайҙы биҙәү өсөн уйынсыҡтар яһау эшенә тотонған. “Әҙер уйынсыҡтар һатыуҙа күп, үҙ ҡулың менән эшләгәп биҙәгәнгә етәме һуң инде. Унан тыш Яңы йылға бәйле шиғырҙар һөйләйҙәр, видеояҙма менән ҡотлау әҙерләйҙәр”, - ти түңәрәккә йөрөгән Рәзилә Крылосова, Мәрхәбә Йәнбирҙина, Кинйәбикә Юлмөхәмәтова, Ғәлиә Татлыбаева, Миңзәлә Шаһманова, Гөлйемеш Аҫылбаева.

Ә һеҙ шыршы биҙәнегеҙме әле?
Ә һеҙ шыршы биҙәнегеҙме әле?

Ҡышҡы оҙон кистәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенә ҡул эштәрен ҡыҫтырып кис ултырырға йөрөгәндәр. Өйҙә бер үҙең генә ҡул эше тотоп ултырыу күңелһеҙ. Ә былай бергә күңелле лә була, донъя яңылыҡтары менән дә танышаһың, башҡа ҡул эштәренә лә өйрәнәһең.

Смаҡ ауылында бигерәк тырыш, эшсән халыҡ йәшәй. Мәҙәниәт йортонда Нурия Бураҡанова етәкләгән “Ҡыш бабай оҫтаханаһы” түңәрәгендә хаҡлы ялдағы ауыл ағинәйҙәре иң күңелле мәшәҡәт - шыршы-ҡупшыҡайҙы биҙәү өсөн уйынсыҡтар яһау эшенә тотонған. “Әҙер уйынсыҡтар һатыуҙа күп, үҙ ҡулың менән эшләгәп биҙәгәнгә етәме һуң инде. Унан тыш Яңы йылға бәйле  шиғырҙар һөйләйҙәр, видеояҙма менән ҡотлау әҙерләйҙәр”, - ти түңәрәккә йөрөгән Рәзилә Крылосова, Мәрхәбә Йәнбирҙина, Кинйәбикә Юлмөхәмәтова, Ғәлиә Татлыбаева, Миңзәлә Шаһманова, Гөлйемеш Аҫылбаева.

Ә һеҙ шыршы биҙәнегеҙме әле?
Ә һеҙ шыршы биҙәнегеҙме әле?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: