Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ҡайын һуты тәмләнегеҙме әле?

Оҙаҡ көткән яҙ етте. Оҙаҡламай ағастар һутҡа тулышыр. Ошо мәлдә ҡайын һыуы эсеп ҡалығыҙ. Ул бик файҙалы, беләһегеҙме?

Ҡайын һуты тәмләнегеҙме әле?
Ҡайын һуты тәмләнегеҙме әле?

Был һут нимәһе менән файҙалы?

Ҡояш бер аҙ ҡыҙҙырып, ҡайын бөрөләре бүртеп, япраҡ ярып та өлгөрмәҫ, ағастар һутҡа тулышыр. Ошо мәлдә ҡайын һыуы эсеп ҡалығыҙ. Ул бик файҙалы, унда эфир майҙары, витаминдар, тиҫтәләгән органик кислота бар.

Эсемлекте ике-өс аҙна даими ҡулланырға кәрәк. Шул саҡта ул ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, авитаминоз, хәтер юғалтыу, хәлһеҙлек һәм күңел төшөнкөлөгөнән арынырға ярҙам итер. Шифалы һут организмда матдәләр алмашыныуын яйға һалған иң шәп әмәлдең береһе һанала. Ул шулай уҡ йөрәк эшмәкәрлеген көйләй, ҡанды таҙарта, тамырҙарҙы нығыта, мейелә ҡан әйләнешен яҡшыртыуы аҡыл эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Ҡайын һуты бөйөр һәм һейҙек ҡыуығында барлыҡҡа килгән таштарҙы ҡыуырға һәләтле. Шул уҡ ваҡытта шешенеүҙе юҡҡа сығара, эсәктәр эшмәкәрлеген яйға һала. Вируслы һәм микроблы ауырыуҙар мәлендә “ашығыс ярҙам” ролен үтәй, ҡан баҫымын көйләй.

Ҡайынды тишеү өсөн бырауҙан да яҡшырағы юҡ. Һыуын йыйып алғас, урынын мүк йәки пластилин менән ҡапларға кәрәк, шунһыҙ ағас ҡороясаҡ. Балсыҡ, балауыҙ ҙа ярай. Ҡайын төбөндә үҫкән мүкте тығыҙлап тултырыу ҙа һыу ағыуын туҡтата. Шифалы һут эсеп, бер үк ҡайынды һәләк итмәгеҙ, ағасты ипләп кенә тишегеҙ һәм һутты дарыу урынына ғына файҙаланығыҙ!

Ҡулланырҙан алда врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Ҡайын һуты тәмләнегеҙме әле?
Ҡайын һуты тәмләнегеҙме әле?
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: