Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ҡырҡ сирҙән дауа

Туғайҙарҙа үлән-сәскәләрҙең төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамашырлыҡ. Зәңгәре лә, һары төҫтәгеләре лә түшәлеп үҫә. Шулар араһында еркәүекте (таволга) күреп,  бәләкәй саҡта бесән сапҡан мәлдәр иҫкә төштө. Өлкәндәр бер-бер артлы, үксәне баҫа яҙып, салғы һелтәй. Эҫе ҡояш аҫтында ҡара тир шыбырлап аға. Ултырып бер тына хәл алаһың да, тағы салғыға тотонаһың. Ҡояш арҡан буйы күтәрелгәс, атай усаҡ яғып, сәй ҡайнатырға мине, 10- 12 йәшлек баланы, ебәрә. Баҡырсаны, феләкте ҡулға эләктереп, колхоз яланы аша Нөгөш йылғаһына һыу алырға йүнәләм. Үлән кеше буйы булып үҫкән, битте һыпыра ғына. Ярҙың һөҙәк урынын табып, бит-ҡулды йыуып алғас, һауыттарҙы тултырам да, сайпылтмай ғына кире бесәнлеккә юл тотам. Хәҙер уйлап ҡараһаң, йылға буйына төшөп, кире менгәнсе, бер саҡрымдай ер үҫмер балаға күп тойолғандыр инде. Сабынлыҡҡа барып еткәнсе, ҡоромға буялып бөтәһең өҫтәүенә. Усаҡта һыу ҡайнап сыҡҡас та, салғы сүкергә төшкән атай, баҡырсаға сәй менән, сабын ситендә үҫкән хуш еҫле еркәүекте йомарлап һалып ебәрә. Их, шул саҡтағы сәйҙең тәмлелеген белһәгеҙ, бал тәмдәре генә сығып тора, тиерһең! Хәҙерге магазин сәйенә етәме һуң инде! “Ҡарағыҙ әле, сәйҙең төҫө ошолай буламы инде?”, - яңыраҡ коллегам ҡайнатҡанда кирбес төҫөн алған сәйҙе эсергә шикләндек, түгергә тура килде. Ә еркәүек тәмле генә түгел, файҙалы ла икән. Юҡҡа ғына уны ҡырҡ сирҙән дауа, тип әйтмәйҙәр. 

 

Туғайҙарҙа үлән-сәскәләрҙең төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамашырлыҡ. Зәңгәре лә, һары төҫтәгеләре лә түшәлеп үҫә. Шулар араһында еркәүекте (таволга) күреп,  бәләкәй саҡта бесән сапҡан мәлдәр иҫкә төштө.

Өлкәндәр бер-бер артлы, үксәне баҫа яҙып, салғы һелтәй. Эҫе ҡояш аҫтында ҡара тир шыбырлап аға. Ултырып бер тына хәл алаһың да, тағы салғыға тотонаһың. Ҡояш арҡан буйы күтәрелгәс, атай усаҡ яғып, сәй ҡайнатырға мине, 10- 12 йәшлек баланы, ебәрә. Баҡырсаны, феләкте ҡулға эләктереп, колхоз яланы аша Нөгөш йылғаһына һыу алырға йүнәләм. Үлән кеше буйы булып үҫкән, битте һыпыра ғына. Ярҙың һөҙәк урынын табып, бит-ҡулды йыуып алғас, һауыттарҙы тултырам да, сайпылтмай ғына кире бесәнлеккә юл тотам. Хәҙер уйлап ҡараһаң, йылға буйына төшөп, кире менгәнсе, бер саҡрымдай ер үҫмер балаға күп тойолғандыр инде. Сабынлыҡҡа барып еткәнсе, ҡоромға буялып бөтәһең өҫтәүенә.

Усаҡта һыу ҡайнап сыҡҡас та, салғы сүкергә төшкән атай, баҡырсаға сәй менән, сабын ситендә үҫкән хуш еҫле еркәүекте йомарлап һалып ебәрә. Их, шул саҡтағы сәйҙең тәмлелеген белһәгеҙ, бал тәмдәре генә сығып тора, тиерһең! Хәҙерге магазин сәйенә етәме һуң инде! “Ҡарағыҙ әле, сәйҙең төҫө ошолай буламы инде?”, - яңыраҡ коллегам ҡайнатҡанда кирбес төҫөн алған сәйҙе эсергә шикләндек, түгергә тура килде.

Ә еркәүек тәмле генә түгел, файҙалы ла икән. Юҡҡа ғына уны ҡырҡ сирҙән дауа, тип әйтмәйҙәр. Беренсе сиратта ул организмдың иммунитетын күтәрә, бигерәк тә инфекция сирҙәре ҡоторған ваҡытта. Ҡартайыу процессын кәметә, вирустарға ҡаршы тора, токсиндарҙы, артыҡ үтте ҡыуа. Онкологияға ҡаршы яҡшы профилактика сараһы ла булараҡ файҙалы. Бауыр һәм бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта, быуын һыҙлау, ревматизм ваҡытында ауыртыуҙы баҫа, инсульттан һуң сирленең хәлен еңеләйтә. Еркәүек – яҡшы антисептик, бактерияларҙы үлтерә, йүтәлде йомшарта, аллергиянан ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙҙарға климакс ваҡытында эсергә кәңәш ителә. Молочница, цистит, эррозия, геморрой булғанда ла файҙаһы бар. Ҡан тамырҙарын киңәйтә, йоҡоно яҡшырта. Эсте йомшартыу сифатына эйә. Еркәүек, ысынлап та, көслө дарыу үләндәренең береһе. Урманға барғанда, иғтибар бирмәй үтеп китмәгеҙ, йыйып алып файҙаһын күрегеҙ. Ҡулланыр алдынан, врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә: дауа аяҡ аҫтында.

Автор фотоһы.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: