Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Бәшмәктән икра

Тәмле бәшмәк икраһын бер тапҡыр эшләһәгеҙ, йыл да әҙерләйәсәкһегеҙ. Эшләүе лә еңел генә. 2 кг бешкән (15 минут) бәшмәк, 300 г ваҡлап туралған һуған, 300 гр ҡырғыстан үткәрелгән кишер, 2-3 помидор йәки томат пастаһы алабыҙ...

Бәшмәктән икра
Бәшмәктән икра

Эшләүе лә еңел генә. 2 кг бешкән (15 минут) бәшмәк, 300 г ваҡлап туралған һуған, 300 гр ҡырғыстан үткәрелгән кишер, 2-3 помидор йәки томат пастаһы алабыҙ. Һуған менән кишерҙе көнбағыш майы һалынған табала ҡыҙҙырабыҙ. Бешкән бәшмәкте ит турағыс аша үткәрәбеҙ һәм 1 стакан көнбағыш майы, 3 дана лавр япрағы, 10 бөртөк ҡара борос, үткәрелгән помидор йәки 50 гр һыуҙа болғатып иҙелгән томат пастаһы (1:4), тәменә ҡарап тоҙ өҫтәйбеҙ. Бөтәһен бергә ҡушып 1 сәғәт ҡыҙҙырғас, ваҡ итеп туралған 4 теш һарымһаҡ өҫтәп, тағы ла 20 минут бешерәбеҙ. Утты һүндергәс тә алдан стерилләнгән банкаларға һалып сығып, ҡапҡастарын нығытабыҙ һәм әйләндереп ҡуябыҙ. Һыуынғанға тиклем шулай торорға тейеш.

https://hakmar.ru/articles/fay-aly-k-sht-r/2022-09-09/b-shm-kt-n-ikra-2942486

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: