Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бисквит ҡамыры уңып бешһен өсөн

Файҙалы кәңәштәр

Бисквит ҡамыры уңып бешһен өсөн
Бисквит ҡамыры уңып бешһен өсөн

 

Бисквит ҡамырына йомортҡаны күпертеү – иң мөһим этап. Уны яҡшырап күперткән һайын, ҡамыр яҡшыраҡ сыға.

Дөрөҫ итеп туҡыған йомортҡаның күләме өс тапҡыр артырға тейеш. Сөнки болғатҡан һайын уны кислород менән байытабыҙ. Был иһә ҡамырҙы ҡабарта.

Йомортҡаны тәүҙә блендер менән минималь тиҙлектә күпертәбеҙ. Күбектәре барлыҡҡа килгәс, уртаса тиҙлеккә күсәбеҙ. Күләме артҡас, миксерҙы ҙур тиҙлеккә көйләйбеҙ.

Шәкәрҙе бер нисә этапта өҫтәйбеҙ. Бөтәһен дә бер юлы һалһаң, бисквит күтәрелмәй.

Ҡамырға тәм индереү өсөн ванилин, лимон ҡабығы, сәтләүек һалырға була. Лимонды бешерергә ҡуйыр алдынан ғына һалығыҙ.

фото: aroma-avenue.ru

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: