Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Һәр хужабикә быларҙы белергә тейеш

Ҡабығы менән бешерелгән картуф ярылмаһын, йәшел тәмләткестәр тиҙ һулымаһын өсөн нимә эшләргә?

Һәр хужабикә быларҙы белергә тейеш
Һәр хужабикә быларҙы белергә тейеш

Һәр хужабикә быларҙы белергә тейеш
Икмәкте күгәреүҙән һаҡлау өсөн тығыҙ ябыла торған һауыт эсенә саҡ ҡына тоҙ һалырға була.

Майонез ашҡаҙанға ауыр була тигәндәргә уны майлылығы әҙ булған ҡаймаҡ менән алмаштырырға мөмкин. Тик уға бер балғалаҡ горчица онтағы (күләмен самалағыҙ) һәм бешкән йомортҡаның һарыһын ҡырып һалырға ғына кәрәк.

Ниндәй булһа ла үҫемлек майы һылап ҡуйғанда, артып ҡалған ҡырҡылған һуған оҙаҡ ҡына файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай һәм боҙолмай.

Асылған томат пастаһының ҡапҡасына горчица һылағанда, күгәрер тип борсолмаҫҡа мөмкин. Йә булмаһа, уға ваҡ тоҙ һибеп тә, саҡ ҡына үҫемлек майы ҡойоп та иҫкертмәйенсә оҙаҡ һаҡларға була.

Йәшел ҡыяҡлы тәмләткес үләндәр һулый башланымы? Ундай осраҡта уларҙы тәүҙә эҫе, шунан һалҡын һыуға тығып алыу яҡшы һөҙөмтә бирә.

Картуфты ҡабығы менән бешергәндә тышы ярылыусан. Әгәр һыуға бер нисә тамсы уксус тамыҙғанда, ул бөтөн килеш кенә бешә.

Ниндәй генә лә ҡаты итте йомшартыуҙың яҡшы ысулы - уны уксуста, кеүәҫтә, әсегән һөттә, кәбеҫтә, ҡыяр, сөгөлдөрҙөң тоҙло һыуына һалып ҡуйыу.

Кәстрүлдең ҡапҡасын япмай бешергәндә, аҙыҡтағы файҙалы матдәләрҙең 20 проценты юғала, ә ябыҡ килеш тотҡанда - 5 проценты ғына.

Лимондың һуты күп бүленһен өсөн, уны биш минут ҡайнар һыуҙа тотоу яҡшы һөҙөмтә бирә. Теленгән лимон кибә башлаһа, уны һалҡын һыуға һалып алырға була, шулай иткәндә ул һутлыраҡ та булып китә.

Татлы боростоң орлоҡтарын йыйып киптереп ҡыш төрлө ризыҡ бешергәндә ҡулланырға мөмкин - унда файҙалы матдәләр йәшелсәнең үҙенекенә ҡарағанда ла күп.

Бешергән һыуына бер аҙ тоҙ һалғанда, йомортҡа яҡшы әрселә.

 

интернет селтәренән

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: