Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бойҙай бутҡаһы

  Уны ҡайһы берәүҙәр һимертә ти, әммә был дөрөҫ түгел.

Бойҙай бутҡаһы
Бойҙай бутҡаһы

 

Майлы һөттә бешереп, мул итеп май һалмаһаң, бойҙай бутҡаһы фигураны боҙмай. Ярма В2 витаминына бай. Ә был ябығырға теләгәндәр өсөн бик мөһим, сөнки әлеге витамин матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, нервы системаһын тынысландыра: билдәле булыуынса, диета тотҡандар ҡайһы саҡта ҡыҙып китеүсән.

В2 витаминын матурлыҡ витамины тип тә атайҙар. Ул тырнаҡтарҙы нығыта, сәстәрҙең ҡуйы булып үҫеүендә лә уның роле ҙур, тирене шымарта... Бойҙай бутҡаһын бешергәндә утта оҙаҡ тотмаҫҡа кәрәк, юғиһә витаминдар тарҡала башлай. Ете минут бешергәс, ҡалын таҫтамал менән төрөп тотоғоҙ, парланып, үҙе бешеп етер. Бойҙайҙың тағы бер мөһим үҙенсәлеге – уны элек-электән ата-бабаларыбыҙ ҡулланған.
Беҙҙең генетика инде уға шул тиклем күнегеп бөткән, организмыбыҙҙа бойҙайҙағы һәр файҙалы элементты үҙләштереү өсөн етерлек ферменттар бар. Шуға ла, файҙалы элементтарға бик бай, ләкин беҙҙең өсөн ят ризыҡҡа ҡарағанда, үҙебеҙҙең бойҙайыбыҙ үҙебеҙгә файҙалыраҡ.
 
интернет селтәренән
фото: krd.selhozproduct.ru
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: