Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ҡауындың файҙаһы ҙур!

Унда кремний бар, ә ул тире торошон яҡшырта, һырҙар, һытҡылар барлыҡҡа килеүҙән аралай. Организмда кремний етерлек булһа, йоҡо яҡшы, күңел күтәренке булыр.

Ҡауындың файҙаһы ҙур!
Ҡауындың файҙаһы ҙур!

Ҡауын витаминдарға бай. Унда кремний бар, ә ул тире торошон яҡшырта, һырҙар, һытҡылар барлыҡҡа килеүҙән аралай. Организмда кремний етерлек булһа, йоҡо яҡшы, күңел күтәренке булыр.

Ҡауында бето-керотин да күп, ул тәбиғи антиоксидант ролен үтәй, йәғни ҡартайыу процесын әкренәйтә, хроник елһенеү процестарын тотҡарлай. Кобальт иһә нервы системаһын көйләй, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Ҡауында фолиевая кислота тигәндәре лә бар. Ул иммунитетты нығыта, йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. С витамины организмға вирустар һәм бактериялар үтеп инеүҙән һаҡлай, йәрәхәттең тиҙерәк уңалыуына булышлыҡ итә. В төркөмө витаминдары нерв системалары, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге, тире торошо өсөн яҡшы.

Ҡауын күҙҙәр яҡшы күрһен өсөн дә ярҙам итә, кәүҙә ауырлығын контролгә алырға теләүселәргә лә уны ашарға кәңәш ителә. Ғөмүмән, витаминдарға, микроэлементтарға бай.

Әлбиттә, һәр нәмә лә сама булырға тейеш. Ҡауынды һөт ризыҡтары, спиртлы эсемлектәр менән бергә ҡулланырға ярамай.

Һеҙҙә шәкәр диабеты, ашҡаҙан-эсәк тракты сире көсәйгән икән ҡауын ашауҙан тыйылырға.

 

интернет селтәренән

фото: fikiwiki.com

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: