Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ҡуян йылы нимә вәғәҙәләй?

  Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл Ҡуян йылы буласаҡ. Уны нисек ҡаршыларға? Ҡуян – йомшаҡ, назлы йәнлек. Шул уҡ ваҡытта уларҙа хәйләкәрлек тә, осло тырнаҡтар ҙа бар. Шунлыҡтан был йылда...

Ҡуян йылы нимә вәғәҙәләй?
Ҡуян йылы нимә вәғәҙәләй?

 

Ҡуян – йомшаҡ, назлы йәнлек. Шул уҡ ваҡытта уларҙа хәйләкәрлек тә, осло тырнаҡтар ҙа бар. Шунлыҡтан был йылда йомшаҡ та, яғымлы ла, ләкин уяу ҙа булырға кәрәк.

2023 йылдың стихияһы – Һыу. Көнсығышта уны ике төрлө аңлаталар. Бер яҡтан ул – именлек, икенсе яҡтан тарҡалыу ҙа булыуы ихтимал. Бары тик был йылдың “холҡон” тойоп, шуға яраҡлаша белергә кәрәк. Шул ваҡытта барыһы ла яҡшы буласаҡ.

Астрологтарҙың белдереүенсә, Ҡуян йылында беҙҙең тормошҡа күптән көтөлгән тыныслыҡ киләсәк. Ҡуян тыныслыҡты өҫтөн ҡуя. 2023 йылды өйҙә, яҡындарың менән, тыныслыҡта ғына ҡаршы алыу яҡшыраҡ. Сағыу төҫтәге кейемдәр хупланмай. Улар яҡты һәм тыныс төҫтә булһын. Әлбиттә, ҡуян ите әҙерләмәгәеҙ. Уңыш йәлеп итеү өсөн талисман өсөн кишер тоғо тотҡан ҡуян һыны алып ҡуйығыҙ.

Алдағы йыл тик бәхет, ҡыуаныстар ғына килтерһен!

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: