Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ҡуян йылынан нимә өмөт итергә?

  Икенсе төрлө Бесәй йылы тип тә йөрөтәләр. Яңы йыл нисек килер, ниндәй булыр ул?

Ҡуян йылынан нимә өмөт итергә?
Ҡуян йылынан нимә өмөт итергә?

 

Астрологтар фекеренсә, йомшаҡ, наҙлы ҡуян бер ниндәй ҙә насарлыҡтар ҙа алып килмәҫ. Йыл тотороҡло булыр, тиелә. Тормошоғоҙҙо баштан-аяҡ үҙгәртерлек ваҡиғалар көтмәгеҙ был йылдан. Ниндәй генә эшкә тотонһағыҙ ҙа, сама хисен онотмауығыҙ хәйерле. 2023 йыл яңы белемдәр, сәйәхәттәр өсөн яҡшы буласаҡ. Йорт, фатир мәсьәләләрен дә хәл итеү өсөн – Ҡуян йылы уңайлы ваҡыт.

Киләһе йыл ғаилә бәхете, игелек һым тыныс, матур мөнәсәбәттәр алып килер, тип ышандыралар. Был йылда туған-тыумаса, ғаилё ағзалары менән ыҙғыш-талаштар булмаҫҡа тейеш. Һәр кешенең иғтибары ғаиләһенә, һөйгән йәренә йүнәлгән булһа, бик яҡшы.

Парһыҙҙар ярҙарын табыр, яратышып йөрөүселәр ғаилә ҡорор, ә инде өйләнешкән йәш ғаиләләр ишәйер, ти йондоҙ белгестәре. Ғаиләгеҙгә бәхет килһен өсөн, йортоғоҙға ҡуян һынын ҡуйырға кәңәш итеүсе таныштарығыҙ ҙа барҙыр әле.

Үтеп барыусы Юлбарыҫ йылын ғаилә, туғандар менән ҡаршылау кәңәш ителгән булһа, киләсәк Яңы йыл төнөндә лә уларҙан айырылмағыҙ. Был – йорт йомшаҡ йыл хужаһының да күңеленә хуш киләсәк.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: