+7 °С
Болотло
Икенсе ысул тын алышты яйға һалыуға бәйле. Өйрәнергә теләгегеҙ булһа, башланыҡ! Уның бер ҡыйынлығы юҡ: иренегеҙҙе саҡ ҡына асып, тынығыҙҙы сығарып бөтөрөгөҙ. Унан ирендәрҙе ябып, 4-кә тиклем һанап, танау аша һауа тартығыҙ. 7-гә тиклем һанағансы, һулаған һауаны сығармайынса, түҙегеҙ. Унан 8-гә ҡәҙәре һанап, һауаны ауыҙ аша сығарығыҙ.
Был күнегеүҙе эшләгән ваҡытта тын алыуығыҙға иғтибар итегеҙ. Ун тапҡыр ҙа шул рәүешле тын алыу етә, йоҡлап киткәнегеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.
Шуны ла онотмағыҙ: йоҡо алдынан саф һауала йөрөп инеү, йоҡлар бүлмәне елләтеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә.