Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәт өсмөйөшө. Ҡыҫыр һөйөү - бәхетме?

  Миңә 30 йәш. Уңмаған тормош ҡыуып, иремдән айырылғас, яҡын аралағы киләсәгемде күҙалламай торғайным. Һөйөү көтмәгәндә килде: үҙемдән өлкәнерәк ир менән бер-беребеҙгә тәү ҡараштан ғашиҡ булдыҡ. Ғүмер буйы хыялланған ир образы ине күҙ алдымда. Мөхәббәт күктәрҙә ярала, тиҙәр. Уның ғаиләһе барлығын, уларҙы ташламаясағын белгәс, йөрәгемә ҡан һауҙы, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй көнө-төнө илайым. Ташлашыу тураһында уй килһә, унһыҙ үҙемде ярты йән итеп хис итәм. Ни эшләргә миңә? Фәнүзә Х. Һорауға психолог Ләйсән Йосопбаева яуап бирә. Төптән ныҡлап уйлағыҙ: был ысынлап та һеҙҙең тормошта кәрәкле кешеме? Шул турала ҡат-ҡат уйлағыҙ. Энергия алмашыныу төрҙәре тураһында артыҡ һөйләп бармайҙар, ә ул бар. Шул турала уйлаһағыҙ ине. Күп ҡатын-ҡыҙҙың башынан үткән хәл, һәм был осрашыуҙарҙың аҙағы күптәргә таныш. Башта осраша башлағанда, үҙегеҙҙе бәхеттең етенсе күгендә итеп тоясаҡһығыҙ. Ир кеше һеҙҙең энергия менән “туҡлана” башлай. Уның тормошонда ла, эшендә лә хәл ҡырҡа яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Күпмелер ваҡыттан һуң һеҙҙең күҙ асыла: ул бит һеҙҙең йәшлегегеҙ менән генә файҙалана, тапҡан-таянғанын өйөнә ташый. Һеҙ көнсөллөк тойғоһо кисерә башлаясаҡһығыҙ. Ә  уның ҡатыны  - өй хужаһы, йәме. Һеҙгә уның килеменең бармаҡ араһынан һарҡып сыҡҡан өлөшөн генә тәтей. Һеҙҙе бик һағышлы яҙмыш көтә, үҙ-үҙегеҙгә урын таба алмай уфтанып, һағышланып йәшәргә, байрамдарҙа мендәр ҡосаҡлап илап йәшәргә генә ҡала. Ә ирҙәр мөхәббәт һәм байлыҡ, ҡиммәт әйбер араһында айырма күрмәй. Ул яратҡан кешенең аяҡ аҫтына тапҡан-таянғанын ташларға һәләтле. Ә ҡайҙа уның байлығы, уйлап ҡарағыҙ. Энергия тигәндән, һеҙ - йәш ҡатын. Иң беренсе ташып торған энергияғыҙ менән ирҙең ҡатыны “туйынасаҡ”. Аҙаҡтан ғына ҡалғаны яратҡан кешегеҙҙә ҡала. Аңлайһығыҙмы? Һеҙҙе бер юл ғына көтә. Көслө ихтыярығыҙҙы егеп, ул ир менән осрашыуҙы туҡтатырға кәрәк. Яратҡан шөғөл тап,  йәшәгән урыныңды алыштыр һис булмаһа. Һинән энергия килеүҙән туҡтаһа, “вампир” ир (эйе, эйе, ул һеҙ уға йәшлегегеҙҙе әрәм генә итәһегеҙ), уның эше, тормошо кирегә тәгәрәйәсәк. Иң башта йәндәй күргән кешегеҙҙең йәшәүенең мәғәнәһен юғалта, унан һуң ғына  ҡатынынан кәре китә. Мөхәббәт өсмөйөшөндә энергия алмашыныу процессы шулай. Әгәр һеҙ артабан да ошо хәлдә йәшәргә теләмәһәгеҙ, ҡәтғи ҡарарға килергә тейешһегеҙ. Ирҙе айыртып алырға теләйһегеҙме? Һеҙ бар яҡтан да уның ҡатынынана сағыуыраҡ, яҡшыраҡ булығыҙ, эҫенеп китмәҫ борон ир менән  арағыҙҙы өҙөгөҙ. Шул осраҡта кемде ҡулдан осорғанын аңлаған көслө зат һеҙҙе һайларға мөмкин. Йәки күп йылдар уның менән иңгә-иң терәп йәшәгән ҡатыны янында ҡаласаҡ. Һәр хәлдә, һеҙҙең алда бер ҡапҡа ябылмаһа, икенсеһенең ишеге асылмаясаҡ. Йәшлегегеҙҙе уға әрәм итмәгеҙ. Һеҙгә тигән йәр, бәлки яҡында ғына йөрөйҙөр. Бәхетле булығыҙ!      

Мөхәббәт өсмөйөшө. Ҡыҫыр һөйөү - бәхетме?
Мөхәббәт өсмөйөшө. Ҡыҫыр һөйөү - бәхетме?

 

  • Миңә 30 йәш. Уңмаған тормош ҡыуып, иремдән айырылғас, яҡын аралағы киләсәгемде күҙалламай торғайным. Һөйөү көтмәгәндә килде: үҙемдән өлкәнерәк ир менән бер-беребеҙгә тәү ҡараштан ғашиҡ булдыҡ. Ғүмер буйы хыялланған ир образы ине күҙ алдымда. Мөхәббәт күктәрҙә ярала, тиҙәр. Уның ғаиләһе барлығын, уларҙы ташламаясағын белгәс, йөрәгемә ҡан һауҙы, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй көнө-төнө илайым. Ташлашыу тураһында уй килһә, унһыҙ үҙемде ярты йән итеп хис итәм. Ни эшләргә миңә?

Фәнүзә Х.

Һорауға психолог Ләйсән Йосопбаева яуап бирә.

  • Төптән ныҡлап уйлағыҙ: был ысынлап та һеҙҙең тормошта кәрәкле кешеме? Шул турала ҡат-ҡат уйлағыҙ. Энергия алмашыныу төрҙәре тураһында артыҡ һөйләп бармайҙар, ә ул бар. Шул турала уйлаһағыҙ ине. Күп ҡатын-ҡыҙҙың башынан үткән хәл, һәм был осрашыуҙарҙың аҙағы күптәргә таныш.

Башта осраша башлағанда, үҙегеҙҙе бәхеттең етенсе күгендә итеп тоясаҡһығыҙ. Ир кеше һеҙҙең энергия менән “туҡлана” башлай. Уның тормошонда ла, эшендә лә хәл ҡырҡа яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Күпмелер ваҡыттан һуң һеҙҙең күҙ асыла: ул бит һеҙҙең йәшлегегеҙ менән генә файҙалана, тапҡан-таянғанын өйөнә ташый. Һеҙ көнсөллөк тойғоһо кисерә башлаясаҡһығыҙ. Ә  уның ҡатыны  - өй хужаһы, йәме. Һеҙгә уның килеменең бармаҡ араһынан һарҡып сыҡҡан өлөшөн генә тәтей. Һеҙҙе бик һағышлы яҙмыш көтә, үҙ-үҙегеҙгә урын таба алмай уфтанып, һағышланып йәшәргә, байрамдарҙа мендәр ҡосаҡлап илап йәшәргә генә ҡала. Ә ирҙәр мөхәббәт һәм байлыҡ, ҡиммәт әйбер араһында айырма күрмәй. Ул яратҡан кешенең аяҡ аҫтына тапҡан-таянғанын ташларға һәләтле. Ә ҡайҙа уның байлығы, уйлап ҡарағыҙ.

Энергия тигәндән, һеҙ - йәш ҡатын. Иң беренсе ташып торған энергияғыҙ менән ирҙең ҡатыны “туйынасаҡ”. Аҙаҡтан ғына ҡалғаны яратҡан кешегеҙҙә ҡала. Аңлайһығыҙмы?

Һеҙҙе бер юл ғына көтә. Көслө ихтыярығыҙҙы егеп, ул ир менән осрашыуҙы туҡтатырға кәрәк. Яратҡан шөғөл тап,  йәшәгән урыныңды алыштыр һис булмаһа.

Һинән энергия килеүҙән туҡтаһа, “вампир” ир (эйе, эйе, ул һеҙ уға йәшлегегеҙҙе әрәм генә итәһегеҙ), уның эше, тормошо кирегә тәгәрәйәсәк. Иң башта йәндәй күргән кешегеҙҙең йәшәүенең мәғәнәһен юғалта, унан һуң ғына  ҡатынынан кәре китә. Мөхәббәт өсмөйөшөндә энергия алмашыныу процессы шулай.

Әгәр һеҙ артабан да ошо хәлдә йәшәргә теләмәһәгеҙ, ҡәтғи ҡарарға килергә тейешһегеҙ. Ирҙе айыртып алырға теләйһегеҙме? Һеҙ бар яҡтан да уның ҡатынынана сағыуыраҡ, яҡшыраҡ булығыҙ, эҫенеп китмәҫ борон ир менән  арағыҙҙы өҙөгөҙ. Шул осраҡта кемде ҡулдан осорғанын аңлаған көслө зат һеҙҙе һайларға мөмкин. Йәки күп йылдар уның менән иңгә-иң терәп йәшәгән ҡатыны янында ҡаласаҡ. Һәр хәлдә, һеҙҙең алда бер ҡапҡа ябылмаһа, икенсеһенең ишеге асылмаясаҡ. Йәшлегегеҙҙе уға әрәм итмәгеҙ. Һеҙгә тигән йәр, бәлки яҡында ғына йөрөйҙөр. Бәхетле булығыҙ!

Фото интернеттан.

 

Мөхәббәт өсмөйөшө. Ҡыҫыр һөйөү - бәхетме?
Мөхәббәт өсмөйөшө. Ҡыҫыр һөйөү - бәхетме?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: