ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

“Ҡатыҡ тәмләү” йолаһы

Унда Йомаҡ, Һабаш ауыл клубы мәҙәни хеҙмәткәрҙәре, Ергән ауыл китапханаһы белгестәре  һәм Ергән ауылы мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары ҡатнашты.

 

Һөттән яһалған ризыҡтар күп төрлө. Шуларҙың иң ябайы һәм файҙалыһы - ҡатыҡ. Ул һыуһынды ҡандыра, туҡлыҡлы. Яҙ көнө һыйыр малы быҙаулап, малҡайҙың һөтө арта башлағас, хужабикәләргә ҡатыҡ һәм ҡорот яһау өсөн ҡулай ваҡыт етә. Уның тәме төрлө, әсеһе лә, сөсөһө лә була. Кем нисек ярата, уны шулай эшләйҙәр.

 Башҡорт халҡында әүәле бер-береңде ҡатыҡ менән һыйлау, тәмләтеү, күршенән ойотҡо алып тороу йолаһы булған. Әлеге ваҡытта уны тергеҙеү яҡшы булыр ине. Балаларҙы “Ҡатыҡ тәмләү” йолаһы менән таныштырыу маҡсатында Ергән ауылы китапханаһында матур сара уҙғарҙыҡ. Унда Йомаҡ, Һабаш ауыл клубы мәҙәни хеҙмәткәрҙәре, Ергән ауыл китапханаһы белгестәре  һәм Ергән ауылы мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары ҡатнашты.

Өҫтәлдәге ҡатыҡтың төрлөһөн тәмләр өсөн ағас ҡалаҡтар ҡуйылғайны. Балаларға ҡушып ашарға емеш-еләктәр тәҡдим ителде. Магазин ризығын ашап өйрәнгәнгәс, уларға ҡатыҡ тәмләү ҡыҙыҡ булды, күптәргә ул әсе тойолдо.  Ойоштороусылар уҡыусыларға өй шарттарында әҙерләнгәненең файҙалы яҡтарын, уның менән туҡланһаң тештәр аҡ, кәүҙә ныҡ, беләктәр көслө булыуын аңлатты.  Балаларҙы милли ризыҡ менән һыйлап, һау, сәләмәт итеп үҫтерәйек тигән фекер атай-әсәйҙәргә лә барып етһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Лилиә ҒӘББӘСОВА.

Һабаш ауылы клубы мәҙәни хеҙмәткәре.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: