Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Петуния үҫтерергә өйрәнәбеҙ

Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҡсала шау сәскәлә ултырған, ә ҡышын күптәрҙең тәҙрә төбөн йәмләгән нәзәкәтле петуния үҫтереүҙе кемдер мәшәҡәтле эш тип һанай һәм әҙер үҫенте һатып алыуҙы ҡулай күрә. Беҙ уны тәрбиәләү серҙәрен белер өсөн Ергән ауылында байтаҡ йылдар петуниялар үҫтереү менән шөғөлләнгән Гөлназ ВАХИТОВАға мөрәжәт иттек һәм уңған баҡсасынан файҙалы кәңәштәр алдыҡ.

- Орлоҡто мин Интернет аша махсус фирмаларҙан яҙҙырып алам, сөнки улар күпкә ышаныслыраҡ. Петунияның орлоғо бик ваҡ, шуға ла еңел тупраҡҡа, йәғни, торфҡа сәсәм. Айырыуса торф төймәләре уңайлы, сөнки үҫентеләрҙе һуңынан һирәкләргә тура килмәйәсәк. Һәр ҡайһыһы айырым үҫһә, улар көслөрәк тә була. Ултыртҡас, тупраҡ өҫтөнә һаҡ ҡына һыу һибеп, һауыт өҫтөн махсус пленка менән ҡаплап, ике тәүлеккә йылы урынға йәки лампа аҫтына ҡуям, әммә йыш ҡына асып елләтеп алам...

Сәскә үҫтереүсенең файҙалы кәңәштәрен гәзиттең 12-се һанында уҡығыҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА яҙып алды.

Фотолар шәхси архивтан алынды.  

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: