Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ыуыҙ һөтөнән аш-һыу

Ауылда йәшәүселәрҙең ҡураһында мал үрсегән күңелле мәл. Берәүҙәрҙең һыйыры ҡыш башында уҡ быҙаулап һөйөндөрһә, был ҡыуанысты яҙын, хатта йәйен кисергәндәр ҙә бар.  Һөттән ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәй егәрле хужабикәләр! Ҡатыҡ, ҡаймаҡ, аҡ һәм ҡыҙыл эремсек, сыр, ҡорот... Борон-борондан беҙҙең өләсәйҙәр, һыйыр быҙаулағас та, ыуыҙ ҡоймағына сәйгә йөрөшкән.

Ыуыҙ һөтөнән аш-һыу
Ыуыҙ һөтөнән аш-һыу

Һеҙгә файҙалы ыуыҙ һөтөнән әҙерләнгән бер нисә ризыҡ төрө тәҡдим итәбеҙ.

Ҡоймаҡ

Ыуыҙ һөтөн шыйығайтыу өсөн уға әҙерәк һөт йәки йылымыс һыу өҫтәйбеҙ, 1-2 йомортҡа, тәменсә тоҙ, шәкәр, 1-2 ҡалаҡ үҫемлек майы, он ҡушып туҡыйбыҙ ҙа, иң аҙаҡтан ярты балғалаҡ сода һалабыҙ. Ҡатыҡ булһа, 3-4 ҡалаҡ һалырға мөмкин. Ҡамырҙы ярты сәғәткә ситкә алып торабыҙ ҙа, ғәҙәттәгесә, табала ҡоя башлайбыҙ. Ошо ысул менән ҡойған ҡоймаҡ йомшаҡ һәм тәмле була.

Сыр 

Ыуыҙ һөтөнә тәменсә тоҙ, ҡара йәки ҡыҙыл борос, йәшел тәмләткестәр ҡушып болғатабыҙ. Әскелт тәм яратҡандар һарымһаҡ та өҫтәй ала. Эмаль һауытҡа һалып, массаны духовкаға ултыртаһың. Ошо ысул менән әҙерләнгән сыр тәмле лә, туҡлыҡлы ла килеп сыға, оҙаҡ һаҡлана.

Эремсек

1 литр ыуыҙ һөтөнә ярты стакан һөт ҡушҡас, болғатмай ғына ҡайнатырға кәрәк. Бешеп сыҡҡанда ғына тәменсә тоҙ, шәкәр өҫтәлә. Әҙер эремсек былай ашауға ла тәмле, ҡаймаҡ ҡушып та бирергә мөмкин.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: