Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Холҡоңдоң көслө яғы

Йәшерен һәләттәрегеҙҙе асыҡларға теләһәгеҙ, түбәндәге тест һорауҙарына яуап бирегеҙ.

Холҡоңдоң көслө яғы
Холҡоңдоң көслө яғы


Йәшерен һәләттәрегеҙҙе асыҡларға теләһәгеҙ, түбәндәге һорауҙарға яуап бирегеҙ.
1. Эш урының яу яланына оҡшаш. Быға нисек ҡарайһың?
а) тәртипкә килтерәм (3 мәрәй);
б) иғтибар итмәйем (2 мәрәй);
в) хеҙмәттәштәремдән ярҙам һорайым (1 мәрәй).
2. Дуҫтарығыҙ менән нисек ял итеүҙе хуп күрәһегеҙ?
а) һөйләшеп ултырыуҙы, аралашыуҙы (2 мәрәй);
б) кафеға барып ултырыуҙы (1 мәрәй);
в) тәбиғәткә сығып, байрам итеүҙе (3 мәрәй).
3. Аҡсаң булһа...
а) хыялдағы йортоңдо һалыр инең (2 мәрәй);
б) донъя буйлап сәйәхәткә сығыр инең (1 мәрәй);
в) берәй файҙалы эшкә тотонор инең (3 мәрәй).
4. Ошо һөнәрҙәрҙең һинең өсөн иң мауыҡтырғысы?
а) инженер (1 мәрәй);
б) модельер (2 мәрәй);
в) сәйәхәтсе (3 мәрәй).
5. Ниндәй сифатты иң насары тип иҫәпләйһең?
а) рәхимһеҙлек (1 мәрәй);
б) эгоизм (3 мәрәй);
в) мыжыҡлыҡ (2 мәрәй).
6. Ял көнө ямғыр яуа, нимә эшләйһең?
а) йоҡлайым (3 мәрәй);
б) телефондан һөйләшәм (1 мәрәй);
в) өй эштәре менән булам (2 мәрәй).
6-9 мәрәй. Һеҙҙең иң көслө һыҙатығыҙ – ул аралашыусанлыҡ. Һәр саҡ кеше араһында булыуҙан, яңы танышлыҡтан ләззәт алаһығыҙ. Дуҫтарығыҙ бик күп, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәйһегеҙ.
10-14 мәрәй. Яңынан-яңы үҙенсәлекле уй-ниәттәр башығыҙҙа тыуып ҡына тора. Байрам ойоштороу, бүләкте үҙ ҡулығыҙ менән эшләү һеҙҙең өсөн ҡыйын түгел. Яҡындарығыҙға күңел йылыһын йәллә­мәйһегеҙ.
15-18 мәрәй. Һеҙҙе кешеләрҙең күп­селеге өсөн ят булған хәл-ваҡиғалар ылыҡтыра. Хатта иң ҡатмарлы мәсьәләне лә хәл итеү юлын мотлаҡ табаһығыҙ. Ҡы­йынлыҡтарҙы еңеү – һеҙҙең төп һыҙат.

Холҡоңдоң көслө яғы
Холҡоңдоң көслө яғы
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: