ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Табын ҡағиҙәләре

* Ҡунаҡ саҡырырға бул­һағыҙ, ғө­рөф-ғәҙәт бу­йынса ир­тәрәк хәбәр итегеҙ.

Табын ҡағиҙәләре
Табын ҡағиҙәләре

* Ҡунаҡ саҡырырға бул­һағыҙ, ғө­рөф-ғәҙәт бу­йынса ир­тәрәк хәбәр итегеҙ.
* Ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ һәм хөрмәт ме­нән ҡаршы алығыҙ, һәр кемде урынына ул­тыртығыҙ.
* Ниндәй генә ләззәтле булһа ла, аштарығыҙҙы маҡтамағыҙ, ҡунаҡтарҙы ашарға ҡыҫтамағыҙ. Ҡунаҡ итеүсенең вазифаһы ҡунаҡтар алдына аш килтереү була. Ашау һәм ашамау ҡунаҡтарҙың ихтыярындалыр.
* Ҡунаҡтарҙың һәр береһенең янында әҙерәк тороғоҙ, һөйләшегеҙ. Ҡайтҡандарында матур йөҙ менән хушлашып, рәхмәт әйтеп ҡалығыҙ.
* Мәжлес һәм ашау ҡа­ғиҙәләрен камил үтәгеҙ. Ни тиклем оҡшамаған аш килтерһәләр ҙә, яратмағанығыҙҙы белдермәгеҙ. Ашарға теләгән ризыҡтарығыҙҙы ашағыҙ, теләмәгәндәрен әҙәпле генә кире ҡуйығыҙ. Бүлеп алмағыҙ.
* Аш тамамланғас, ҡулдарығыҙҙы йыуып, рәхмәт әйтеп, әҙәпле хушлашығыҙ.
* Мәжлескә барырға ҡаршылыҡ килеп сыҡһа, бара алмауығыҙҙы белдереп хәбәр
итегеҙ.
* Аш һәм туй мәжлестәре ойошторғанда, башҡаларҙан көнләшеп, хәлегеҙҙән артыҡ мал исраф итмәгеҙ.
Ризаитдин Фәхретдинов.

Табын ҡағиҙәләре
Табын ҡағиҙәләре
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: